Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
23 Август 2019, 18:04

Музыка етәксеһе – педагог-универсал!

Балалар баҡсаһындағы музыка етәксеһенең эшен гөрләүек менән сағышты- рырға мөмкин. ул – күп тауышлы, һәр ваҡыт хәрәкәттә һәм яңы, өйрәнелмәгән нәмәләрҙе танып белеү юлында.

Оло Ыҡтамаҡ ауылының “Башаҡҡай” балалар баҡсаһына музыкаль етәксе һәм тәрбиәсе булып Рита Кучерованың килеүенә теүәл 11 йыл. Беренсе көндәрҙән үк был кешенең үҙ урынында икәнлеге аңлашылды.

Юғары категориялы педагог үҙенең балалар менән музыкаль эшмәкәрлеген ижади потенциалды үҫтереү принциптарында ҡора, ә был, үҙ сиратында, йылы, дуҫтарса, иркен, һәр баланың асылыуына, әүҙемлек күрһәтеүенә һәм ҡыйыуһыҙланмауына булышлыҡ итә. Ул эште музыкаль эшмәкәрлек ҡыҙыҡтырғыс, уйынлы һәм ижади булырлыҡ, шулай уҡ занятиелар ваҡытында балалар идеяларының бойомға ашырылыуына булышлыҡ итерлек итеп ҡора.

Рита Рәфис ҡыҙы беҙҙең балалар баҡсаһының төп педагогик хеҙмәткәрҙәренең береһе, ул гел баланың һәр яҡлап үҫешкән шәхесен формалаштырыуға булышлыҡ итеүсе яңы, заманса белем биреү программалары һәм технологияларын эҙләй. Быларҙың барыһы ла ғәйәт ҙур әҙерлек, көн һайын эмоциональ көйләнеүҙе, үҙ белемен даими арттырыуҙы талап итә.

–Мин балаларҙы яратам, уйланылған нәмәләр барып сыҡһа бик ныҡ ҡыуанам. Байрамдарҙа ата-әсәләре һәм йәштәштәре алдында сығыш яһаған, конкурстарҙағы еңеүҙәре өсөн наградалар алған бәләкәстәрҙең бәхетле йөҙҙәрен күреп ләззәт алам. Миңә үҙем сығарған балаларҙың уңыштарын күреү ҙур ҡыуаныс. Уларҙың күптәре ижад менән шөғөлләнеүҙе дауам итә, – ти Рита Рәфис ҡыҙы.

Ул – педагог-универсал: балаларҙың бөткөһөҙ “ни өсөн”дәренә яуап бирергә, хис-той-ғолар аша балала тирә-яҡ донъяны ҡабул итеү теләген “уята” һәм уны хуплай белә.

Эшмәкәрлегендә ата-әсәләр менән үҙ-ара тығыҙ эш итә, һөнәри оҫталыҡ конкурстарында ҡатнаша. Был педагогик эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһарға, үҙ оҫталығы кимәлен аңларға һәм артабан үҫешеү юлын билдәләргә мөмкинлек бирә. Эйе, ҡай саҡ ауыр булып китә, ләкин был шуға торошло! Сөнки тәрбиәләнеүселәреңдә үҙең һалған хеҙмәт өлөшөн күреүе күңелгә рәхәтлек бирә. Күҙ алдыңда баланың “асылыуын”, бәләкәй артисҡа әйләнеүен, һәр ваҡыт теләк менән музыка залына ынтылыуын: уның йырларға, бейергә, уйнарға, танып белергә, ижад итергә… теләүен күреү илһамландыра, күңелгә шатлыҡ өҫтәй.

Наталья ЧИСТЯКОВА,

Оло Ыҡтамаҡ ауылы “Башаҡҡай”

балалар баҡсаһы мөдире.