Беҙҙең ғорурланыр урыныбыҙ бар. Әлеге ваҡытта мәктәптә 98 уҡыусы иҫәпләнә. 14 уҡытыусы эшләй, уларҙың барыһы ла тиерлек тыуған Яуыш мәктәбен тамамлаған һәм оҙаҡ йылдар шунда хеҙмәт итеп, тыуған яғыбыҙҙың үҫешеүенә, сәскә атыуына бик ҙур өлөш индерә.
Педагогтарҙың уртаҡ хеҙмәте арҡаһында мәктәп буйынса өлгәш 100%, уҡыусылар-ҙың белем сифаты 54% тәшкил итә. Былтыр яңы уҡыу йылына әҙерлек буйынса райондың дөйөм белем биреү мәктәптәре араһында мәктәп беренсе урын алды. “Көрәш” секцияһы уңышлы эшләй, ҡыҙҙар һәм малай- ҙарҙан волейбол командаһы ойошторолған, улар бөтә район, зона, республика ярыштарында ҡатнаша һәм призлы урындар ала. Уларға тренер Динат Абдрахманов етәкселек итә.
Беҙҙең балалар бар йәһәттән дә талантлы: ауыл мәҙәниәт йортоноң художестволы үҙешмәкәрлек түңәрәгендә шөғөлләнә (етәксеһе Лилиә Солтанова), район, зона саралары лауреаттары булып торалар. Ҡумыҙсылар һәм ҡурайсылар ансамблдәре үҙҙәре генә лә ни тора! Уларҙың етәксеһе Денис Нәбиуллин ҡыҫҡа ваҡыт эсендә балаларҙы ҡурайҙа һәм ҡумыҙҙа уйнарға өйрәтә алды. Район хакимиәтенең булышлығы арҡаһында ҡурайҙар һатып алынды. Хәҙер балалар концерттарҙа, конкурстарҙа шатланып ҡатнаша.
Мәктәп уҡыусылары – әүҙем ирекмәндәр, улар вожатый Гөлнур Ғүмәрова етәкселегендәге Рәсәй уҡыусылар хәрәкәтендә ҡатнашыусылар. Әлеге уҡыу йылында район кимәлендә уҙғарылыусы бөтә конкурстарҙа ла ҡатнашып, призлы урындар алдылар.
Өҫтәмә белем биреү уҡытыусыһы Фәнгизә Ғарипованың эшен айырым билдәләп үтке килә. Ул – “Оҫталыҡ башында” түңәрәге етәксеһе. Уның уҡыусылары республика ғына түгел, ә Бөтә Рәсәй кимәлендә призлы урындар ала.
Бына шундай уңыштар менән ҡаршы ала Яуыш мәктәбе яңы уҡыу йылын. Бөтә ошо ҡаҙаныштар, әлбиттә, күп ваҡыт, түҙемлелек талап итә. Быларҙың барыһы ла ябай ауыл уҡытыусыһының хеҙмәте, беҙ үҙ уҡытыусыларыбыҙ, уҡыу-сыларыбыҙ, беҙгә һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер торған ата-әсәләребеҙ менән ғорурланабыҙ.
рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.