Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
23 Август 2019, 19:06

“Беҙҙең балалар баҡсаһы яҡты һәм матур”

Һәр иртә илебеҙҙең ҡала һәм ауылдарында иҫәпһеҙ булған балалар баҡсаларында уттар ҡабына. Улар араһында Әжекәй ауылының “Ҡыңғырауҙар” балалар баҡсаһы ла бар.

Бында педагогиканы һөнәр генә түгел, ә йәшәү рәүеше тип ҡабул иткән кешеләр эшләй. Коллективҡа Дилара Кинйәбаева етәкселек итә. Педагогия өлкәһендәге хәтһеҙ генә эш стажы, тәрән теоретик белеме, практик тәжрибәһе, тәбиғәттән бирелгән һәләте уға һәр башланғысын уңышлы атҡарып сығырға ярҙам итә. Ул коллегалары менән дә, ата-әсәләр һәм балалар менән дә уртаҡ тел таба белә.

Балалар баҡсаһы штатта ҡаралған расписание буйынса тейешле кадрҙар менән тупланған. Хеҙмәткәрҙәр бер фекерҙә булып, дөйөм маҡсатҡа ынтылып эшләй. Тәрбиәсе Регина Мөхәмәтйәрова үҙ эшмәкәрлегендә балаларҙы тәрбиәләү һәм уҡытыу буйынса заманса технологияларҙы ҡуллана. Уның ҡатнашлығында үткән һәр сара яңы идеялары һәм үҙенсәлекле ҡуйылыштары менән ғәжәпләндерә. Музыка етәксеһе Венера Мамедованың баһалы хеҙмәте шунда: ул ойошторған һәр байрам юғары кимәлдә үтә һәм унда балалар ҙа, ата-әсәләр ҙә ихлас ҡатнаша. Тәмле аш-һыуҙы Флүзә Шиһауетдинова әҙерләй. Таҙалыҡ һәм бөхтәлек өсөн тәрбиәсе ярҙамсылары Дания Әфләтунова һәм Резеда Шакирова яуаплы.

Беҙҙең балалар баҡсаһы яҡты һәм матур. Коридорҙа балалар төшөргән рәсемдәр күргәҙмәһе даими алмашынып тора. Сисенеү бүлмәһендәге стендтар мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы тормошон сағылдыра. Һәр төркөмдө әкиәтәге сюжеттар биҙәй.

Барлыҡ ата-әсәләр исеменән

Мәрзиә ХӘЛИЛОВА.