Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
23 Август 2019, 17:08

Алдынғы ҡарашлы уҡытыусы

Әбдрәхим мәктәбендә төплө белемле көслө коллектив туплан-ған. Ҡайһы уҡытыусыны ғына алма – тәжрибәле, балалар өсөн көсөн, ваҡытын йәлләмәй эшләй. Ә шул уҡытыусылар араһында химия һәм биология уҡытыусыһы Минзилә Хәйбулла ҡыҙы Әхмәтханова айырылып тора.

Ул хеҙмәт юлын Бөрө ҡалаһында биология һәм химия уҡытыусыһы һөнәрен алып, Әбдрәхим төп дөйөм белем биреү мәктәбендә 2003 йылда башлап ебәрә. Йәш, дәртле уҡытыусы үҙе эшләгән йылдарҙа Әбдрәхим мәктәбен гөл-сәскәгә күмеп, мәктәп алды участкаһын призлы урындарға алып сыҡты. Һәр ваҡыт ниндәй-ҙер яңылыҡ, матурлыҡ өҫтәй егәрле уҡытыусы.

Дәрестәренә килгәндә инде, Минзилә Хәйбулла ҡыҙы мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡлы итеп үткәреүҙән тыш, балаларға хәҙерге заман талаптарына яуап бирерлек белемде лә оҫта бирә белә. Уҡыу-сыларының эҙләнеү-тикшеренеү эше район кимәлендә 1-се урын алып, Өфөгә үтте.

Минзилә Хәйбулла ҡыҙы оҙаҡ йылдар мәктәптә уҡытыу-тәрбиә эшен намыҫлы алып бара. Бында ла һәр эшенә яуаплы ҡарай.

Тормош иптәше – география уҡытыусыһы Наил Дәүләтхан улы менән иңгә-иң терәп, бергә эшләй-ҙәр. Был матур ғаиләлә ике һоҡланғыс ҡыҙ буй еткерҙе. Оло ҡыҙҙары Айгөл юғары белем алып, Өфө ҡалаһында дефектолог булып эшләй. Ғаилә ҡороп, хәҙер инде үҙе ике бала тәрбиәләй. Икенсе ҡыҙҙары Диана Башҡорт гимназияһын уңышлы тамамлап, Баш-ҡорт дәүләт университетында белем ала.

Зөлфиә ҒӘЙФУЛЛИНА,

Әбдрәхим мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы.