Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
19 Август 2019, 13:00

Яңы уҡыу йылына әҙерҙәр!

7 августан 14-енә тиклем белем биреү учреждениеларының яңы уҡыу йылына әҙерлеге тикшерелде.


Яңы уҡыу йылына белем биреү учреждениеларын тикшереү – ул белем биреү процесында ҡатнашыусылар өсөн үҙенә күрә бер имтихан.

Тикшереү барышында комиссия ағзалары иғтибар итмәгән нәмәләрҙе атауы ҡыйын. Улар эске биналарҙың һәм мәктәп яны территорияһының һәр бер метрын тиерлек тикшерә.

Рәсәй МЧС-ының БР буйынса Баш идаралығының Дыуан район-ара күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм профилактик эш бүлеге өлкән инспекторы, эске хеҙмәт капитаны Сергей Перевышин ҡабул итеү барышында эвакуациялау юлдары торошона, электр үткәргестәренең, автоматик янғын сигнализацияһының һәм янғын ваҡытында кешеләргә хәбәр итеү системаларының төҙөклөгөнә айырым иғтибар бүлде, шулай уҡ янғын хәүефһеҙлеге өлкәһендәге документация ентекле тикшерелде.

– Белем биреү учреждениелары объекттарында янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтары бар. Әммә улар тиҙ һәм урынында уҡ бөтөрөлә, – ти Сергей Перевышин.

Район белем биреү учреждениеларын яңы уҡыу йылына әҙерләүгә аҡса төрлө кимәлдәге бюджеттарҙан йүнәлтелгән. Бөтә мәктәптәрҙә лә йылы бәҙрәфтәр һәм инженерия-техник саралар (видеокүҙәтеү һәм сигнал биреүсе) урынлаштырылған. Түбәнге Бобин ауылының “Василек” балалар баҡсаһында ясле төркөмөндә 15 өҫтәмә урын булдырыу буйынса эштәр алып барыла. Әләгәҙ мәктәбендә спорт залы ремонтлана. Оло Аҡа һәм Әжекәй мәктәптәрендә, шулай уҡ Әләгәҙ ауылының “Родничок” балалар баҡсаһында “урындағы башланғыстарға ярҙам итеү” программаһына ярашлы капиталь ремонт эштәре ойошторолған.

– Үткән уҡыу йылы менән сағыштырғанда, быйыл белем биреү учреждениелары күпкә яҡшыраҡ әҙерләнгән һәм тикшереү һөҙөмтәләре буйынса яңы 2019-2020 уҡыу йылына әҙер, – ти мәғариф бүлеге начальнигы Илдар Ғәлимов.