Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
15 Ноябрь 2018, 19:38

11-се кластарҙа йомғаҡлау иншаһы

2014 йылдан башлап йомғаҡлау иншаһы (изложениеһы) берҙәм дәүләт имтиханына рөхсәт алыуҙың мотлаҡ процедураһы булып тора.

2018 йылда уҡыусылар йомғаҡлау иншаһын (изложениеһын) үҙ мәктәптәрендә яҙасаҡ. Уҙған йылдарҙа мәктәп тамамлаусылар, шулай уҡ урта дөйөм белемде урта һөнәри белем алыу программалары буйынса үҙләштергәндәр иншаны үҙ теләктәре буйынса яҙа ала.

Йомғаҡлау иншаһы (изложение-һы) яҙыу өсөн 3 сәғәт 55 минут ваҡыт бирелә. Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән, инвалид балалар һәм инвалидтар өсөн йомғаҡлау иншаһы (изложениеһы) яҙыу ваҡыты сәғәт ярымға арттырыла.

Йомғаҡлау иншалары (изложе-ниеһы) һөҙөмтәләрен юғары уҡыу йорттары үҙ ҡағиҙәләре буйынса иҫәпкә алырға мөмкин. Йомғаҡлау иншаһы яҙыусыларға юғары уҡыу йортоноң 10 балға тиклем өҫтәүе ихтимал. Абитуриенттың йомғаҡлау иншаһы өсөн алған һөҙөмтәләрен иҫәпкә алыу тәртибе юғары уҡыу йорто тарафынан үҙ аллы раҫланған ҡабул итеү ҡағиҙәләрендә күрһәтелә.

2018-2019 уҡыу йылында йомғаҡлау иншаһы үткәреү өсөн түбәндәге көндәр билдәләнгән:

2018 йылдың 5 декабре,

2019 йылдың 6 феврале,

2019 йылдың 8 майы.

2018 йылда тематик йүнәлештәр сифатында ошондай төп һүҙҙәр билдәләнгән: “Отцы и дети”, “Мечта и реальность”, “Месть и великодушие”, “Искусство и ремесло”, “Доброта и жестокость”.

Йомғаҡлау иншаһы (изложение-һы) өсөн “незачет” алған осраҡта, уҡыусы уны ҡайтанан биреү хоҡуғына эйә, әммә ике тапҡырҙан күберәк түгел һәм йомғаҡлау иншаһы (изложениеһы) уҙғарыу өсөн ҡаралған ваҡытта ғына.

Йомғаҡлау иншаһында (изложениеһында) ҡатнашыу өсөн, персональ мәғлүмәттәрҙе эшкәртеүгә ризалыҡ биреп, йомғаҡлау иншаһы (изложениеһы) уҙғарыуға тиклем ике аҙна алдан ғариза бирергә.

Быйыл ғариза биреүҙең һуңғы көнө – 2018 йылдың 21 ноябре.

11 класс уҡыусылары үҙ мәктәптәрендә теркәү үтә.

Айгөл РИЗУАНОВА,

район мәғариф бүлегенең баш белгесе.