Мәсетле тормошо
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
11 Сентябрь 2018, 16:07

Мәктәп, ранец, беренсе класс

Беренсе класҡа барыусы бала өсөн 1 сентябрь – тормошондағы әһәмиәтле ваҡиға. Нәҡ ошо мәлдән башлап ул үҙ өҫтөнә бурыстар алырға, үҙ аллы эш итергә өйрәнә.

Нисек кенә оҙағыраҡ дауам итеүен теләһәк тә, йәй бары тамамланды. Әммә бойоғорға урын юҡ: мәктәп осоро башланды бит – уҡыусылар өсөн белемгә яңынан юл асылды.

Башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Арсен Төхвәтуллин өсөн дә мәктәптәге беренсе көн бик мауыҡтырғыс һәм тул-ҡынландырғыс булған. Ул бөгөн үҙ тормошондағы тәүге интервьюһын бирә.

– Мин 1 “А” класында уҡыйым. Мәктәпкә тиҙерәк барырға теләнем. Бында беҙ яҙабыҙ, иҫәпләйбеҙ, шиғырҙар уҡыйбыҙ. Мин бигерәк тә шиғырҙар һөйләргә яратам. Тәнәфестә күмәкләшеп уйнайбыҙ. Мин әле класташтарымдың барыһы менән дә таныш түгелмен.

– Мәктәп тураһында тәүге тәьҫораттарың ниндәй?

– Бында ауыр, әммә мауыҡтырғыс булыр тип уйлайым.

– Һин мәктәпте тамамлауға ниндәй һөнәр ҡыҙыҡлы булыр ине икән?

– Мин мәктәпте тамамлауға полиция хеҙмәткәре булыу бик популяр иҫәпләнер, тип уйлайым. Ә үҙемдең Владимир Владимирович Путин кеүек президент булырға иҫәбем.

– “Уҡыу” тигән һүҙ һинең өсөн нимәне аңлата?

– Аҡыллы һәм белемле булыуҙы.

– Һинең берәй яратҡан уйынсығың бармы һәм уны мәктәпкә үҙең менән алаһыңмы?

– Мин уйынсыҡтарымды үҙем менән мәктәпкә йөрөтмәйем, бик ныҡ яратҡан булһа ла.

– Үҙ портфелең тураһында һөйлә әле?

– Портфель ауыр булырға тейеш, сөнки ул бит етди эш өсөн тәғәйенләнгән. Мәктәп сумкаһында китаптар, дәфтәр-ҙәр, ҡәләмдәр һәм яҡшы баһалар йөрөтәсәкмен.

– Рәхмәт. Һиңә тормошоңдоң яңы этабында уңыштар һәм тик “бишле”ләр генә теләйбеҙ.


Протфель, портфель…

Беренсе класс уҡыусыһы өсөн кәрәкле әйберҙәр исемлеге ҙур. Күп ата-әсәләр ошо байлыҡты һалып йөрөтөр өсөн уңайлы итеп тағырлыҡ сумканы нисек дөрөҫ һайлар- ға тигән уйға ҡала.

Беренсе класс уҡыусыһының китап-дәфтәрҙәр һа-лынған портфеленең ауырлығы 3 килограмдан артмаҫҡа тейеш. Ранец алғанда уның этикеткаһындағы яҙыуға иғтибар итегеҙ. Гигиена талаптарына ярашлы, башланғыс класс уҡыусылары өсөн мәктәп сумкаһының саф ауырлығы 700 грамдан артмаҫҡа тейеш, урта һәм өлкән кластар өсөн – 1000 грамм. Башланғыс клас-та уҡыусыларҙың портфеленең арт-ҡы өлөшө формаһын үҙгәртмәй торған ҡаты булырға тейеш. Ранецты алғанда тағып ҡарарға кәрәк, сөнки уның баланың арҡаһында теүәл ултырыуы мөһим. Шулай уҡ уларҙа яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтың булыуына иғтибар итегеҙ.

Беҙ Арсен Төхвәтуллиндың мәктәп сумкаһын ҡараныҡ. Ул бөтә параметрҙар буйынса ла талаптарға тап килә. Арсен менән бергә бер көнгә кәрәкле дәреслектәр һалынған портфелен үлсәнек. Һөҙөмтәлә уның ауырлығы 2,1 кг тәшкил итте. Тимәк, ул нормаға тап килә.


Адель ҒАФФАРОВА.