Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
4 Сентябрь 2018, 13:07

Уҡыу йылы башланды

Райондың бөтә мәктәптәрендә Белем көнөнә арналған линейкалар үтте. Мәсетле районында яңы уҡыу йылында 2833 уҡыусы иҫәпләнә. Беренсе класҡа 272 бала бара.

Йәйге каникулдан һуң Йонос мәктәбе ихатаһы йәнә йәнләнде. Тантаналы сараға уҡыусылар һәм уҡытыу-сылар ғына түгел, ә ата-әсәләр, олатай-өләсәйҙәр ҙә килде. Шат йылмайған балалар синыфташтарын сәләмләне, уҡытыусылары менән осрашты. Ә улар ниндәй ҡупшы кейенгән, һәр береһенең ҡулында сағыу гөлләмә! Йонос мәктәбендә быйыл 71 уҡыусы белем аласаҡ.

Байрамға йыйылыусыларҙы тәүгеләрҙән булып Йонос мәктәбе директоры Гөлсинә Мөнирова, ауыл биләмәһе башлығы Рәүеф Ниғмәтуллин, шулай уҡ саҡырылған ҡунаҡ мәғариф бүлегенең баш белгесе Айгөл Ризванова ҡотланы.

Тәүге ҡыңғырау сыңы барыһын да дәрескә саҡырҙы. Уҡыу йылы башланды.

Адель ҒАФФАРОВА.