Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
30 Август 2018, 12:13

Мәктәп менән ата-әсәләр үҙ-ара һөйләшеп эшләргә тейеш

Йыл һайын йәй һуңында үткән уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһендә уҡыу йылына йомғаҡ яһала, яңыһына маҡсаттар һәм бурыстар билдәләнә.

Райондың мәғариф учреждениелары Мәҙәниәт һарайы фойеһында педагогтарҙың һәм уларҙың тәрбиәләнеүселәренең уңыштарын һәм ҡаҙаныштарын методик күргәҙмәлә тәҡдим итте.

Август педсоветы эшендә Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин, Башҡортостан Республика- һының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Илдус Мамаев, атай-әсәй ҡарауынан ҡалған етем балаларға социаль ярҙам һәм балалыҡ хоҡуҡтарын яҡлау бүлеге начальнигы Татьяна Хурсан, Мәсетле районы мәғариф бүлеге начальнигы Илдар Ғәлимов, район хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары, ауыл биләмәләре башлыҡтары, мәғариф учреждениелары педагогтары һәм ветерандары ҡатнашты.

Үҙ сығышында Әнис Ҡасим улы һуңғы 10-15 йыл дауамында дәүләтебеҙҙең һәм йәмғиәтебеҙҙең төрлө өлкәлә ҡатмарлы реформалар осоро кисереүен билдәләне. Был реформаларҙың маҡсаты социаль-иҡтисади һәм сәйәси именлек өсөн алға ынтылыш, көслө һәм тотороҡло дәүләт төҙөү, алдынғы йәмғиәт булдырыу икәнлеге асыҡ билдәле. Был мәсьәләләрҙе хәл итеү милләттең интеллектуаль потенциалын асыҡлаусы һәм үҫтереүсе тармаҡ булараҡ тәү сиратта мәғариф өлкәһендә башлана.

Кәңәшмә барышында мәктәп һәм мәктәпкәсә учреждениелар проблемалары, уларҙы хәл итеү юлдары күтәрелде. Мәғариф һөҙөмтәле эшләһен өсөн мәктәпкә һәм ата-әсәләргә кәңәшләшеп эшләргә кәрәк.

Уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһендә Ватаныбыҙ мәғарифына хеҙмәт итеүгә күп йыллыҡ хеҙмәттәрен бағышлаған һәм бар оҫталыҡтарын һалған уҡытыусыларға традиция буйынса ысын күңелдән рәхмәт белдерелде. Улар: Һөләймән ауылының “Алтын балыҡ” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Рәйсә Әхмәтйәнова, Һабанаҡ мәктәбенең башлан-ғыс кластар уҡытыусыһы Дания Ғәлиәкбәрова, Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто педагогы Зөлфиә Ғарифуллина, Ләмәҙтамаҡ мәктәбенең технология уҡытыусыһы Нурания Ғилметдинова, Әләгәҙ мәктәбенең математика уҡытыу-сыһы Рәфисә Ғилметдинова, Ҡорғат мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу-сыһы Зилира Ғиниәтуллина, Оло Аҡа мәктәбенең математика уҡытыусыһы Илмира Дилмөхәмәтова, Оло Ыҡтамаҡ лицейының башланғыс клас-тар уҡытыусыһы Галина Ковина, Ләмәҙтамаҡ мәктәбе мөдире Фирҙәүес Ҡотлоева, Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто директоры Анзалита Мусина, Башҡорт гимназияһының инглиз теле уҡытыусыһы Вәлиә Мөхәмәҙиева, Түбәнге Бобин мәктәбенең башланғыс клас-тар уҡытыусыһы Галина Редькина, Әләгәҙ мәктәбенең тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Татьяна Севастьянова, Ләмәҙтамаҡ мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлнара Хафизова, Әләгәҙ мәктәбенең тарих уҡытыусыһы Александр Трофимов һәм Әләгәҙ мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Надежда Ярушина.

Был көндө Оло Аҡа мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Ғәлимә Ғиниәтова, Әләгәҙ ауылының “Родничок” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Елена Зинурова, Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто директоры Анзалита Мусина, Түбәнге Бобин мәктәбенең математика һәм информатика уҡытыусыһы Резида Хәбетдинова, мәғариф бүлегенең методика кабинеты мөдире Эльмира Яҡупова, Оло Ыҡтамаҡ лицейының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Нина Ярушина балаларға белем биреү һәм тәрбиәләү процестарын ойоштороу һәм камиллаштырыуҙағы уңыштары, күп йыллыҡ тырыш хеҙмәттәре өсөн Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин ҡулынан район хакимиәтенең почет грамоталарын алдылар.

Мәғариф бүлеге начальнигы Илдар Ғәлимов мәғариф өлкәһендә күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәттәре, үҫеп килгән быуынды уҡытыуға һәм тәрбиәләүгә индергән өлөштәре һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәттәре өсөн Дыуан-Мәсетле мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Фәнисә Абдрахмановаға, Әжекәй мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Гөлназ Бәҙғетдиноваға, Башҡорт гимназияһы интернаты тәрбиәсеһе Резида Дәүләтоваға, Оло Ыҡтамаҡ лицейының башланғыс кластар уҡытыусыһы Галина Ковинаға, район мәғариф бүлеге методисы Светлана Йәнуроваға почет грамоталары тапшырҙы. 2017-2018 уҡыу йылында төп һәм урта дөйөм белем мәғариф программалары буйынса дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын сифатлы һәм уңышлы итеп уҙғарғандары өсөн мәғариф бүлеге почет грамоталары Башҡорт гимназияһының башланғыс кластар уҡытыусылары Әминә Ҡәҙербирҙинаға, Фәриҙә Сәғҙәтоваға, Оло Ыҡтамаҡ лицейы педагог-психологы Ирина Йоносоваға, Йонос мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыу-сыһы Рәйхана Вәхитоваға, Оло Ыҡтамаҡ лицейының башлан-ғыс кластар уҡытыусылары Людмила Елисееваға, Татьяна Новоселоваға тапшырылды.

Яңы уҡыу йылы ишек ҡаға. Барыһына ла ул уңыштар ғына килтерһен!

Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.