Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
24 Август 2018, 17:11

Йәшә һәм сәскә ат, мәктәбебеҙ!

Йонос урта мәктәбендә маҡсаттар һәм бурыстар иртәгәһе көн проблемаларынан сығып ҡуйыла: сығарылыш уҡыусыһы ниндәй буласаҡ, ниндәй гражданлыҡ позицияһын йөрөтәсәк, ниндәй әхлаҡи сифаттарға эйә буласаҡ.

Мәктәп талапсан директор Гөлсинә Мөнирова етәкселегендә эшләй. Ул – яңы заман етәксеһе: инициативалы, яуаплы, бөгөнгө мәктәп менән идара итеү стратегияһына эйә. Уға, һәр директорға кеүек, уҡытыу-тәрбиә эштәрен дә, хужалыҡ буйынса эшмәкәрлекте лә көйләргә тура килә. Һәр эште ул белеп һәм ижади башҡара. Кирбестән стена һалыр-ға ла, яуаплы кәңәшмәлә сығыш яһарға ла, балалар менән походҡа барырға ла, коллегаларының кәйефтәрен күтәрергә лә хәленән килә. Бары бер нәмәне генә булдыра алмай Гөлсинә Юлай ҡыҙы – мәктәпһеҙ йәшәй алмай. Каникулдарҙың үткәнен ул түҙемһеҙләнеп көтөп ала, отпускыһы эш урынында үтә.

Тыуған ауылы өсөн янып-көйөп йәшәй ул. Йәштәрҙең ауылда ҡалмауы, ситтә бәхет эҙләүҙәре йөрәгенә тынғылыҡ бирмәй. Әммә мәктәп, заман һулышына ҡарамаҫтан, бөгөн дә уҡыусылары алдында ишектәрен киң аса. Унда йәмле, уңайлы, тирә-яғы йәшеллеккә һәм сәскәләргә күмелеп ултыра. Мәктәпте яңы уҡыу йылына әҙерләү буйынса смотр-конкурста күп тапҡырҙар призлы урындар яулай. Мәғариф учреждениеһында санитария-гигиена, йылылыҡ, яҡтылыҡ, янғынға ҡаршы режим менән тәьмин итеү өсөн барлыҡ шарттар булдырыл- ған. Бик яҡшы йыһазландырылған спорт майҙансығы, спорт һәм тамашалар зал-дары, ашхана, оҫтахана, 12 уҡыу һәм медицина кабинеттары бар. Һуңғы йылдарҙа мәктәп бик күп уңыштарға өлгәште, бихисап уҡыусылар мәктәпте миҙалға тамамланы, әүҙем балалар, яҡшы ҡыҙҙар һәм егеттәр сыҡты беҙҙең мәктәптән. Уҡыусыларыбыҙ йыл һайын район, республика, төбәк-ара кимәлдәге олимпиадаларҙа һәм бәйгеләрҙә еңеү яулай. Үҙ белемдәрен юғары уҡыу йорттарына ингәндә раҫлайҙар. Һуңғы өс йылда беҙҙең тәрбиәләнеүселәр күп кенә олимпиада һәм конкурстарҙа еңеүсе булдылар. Мәҫәлән, 2016-2017 уҡыу йылында уҡыу-сыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһының муниципаль этабында уҡыусыларыбыҙ 6 предмет буйынса еңеүсе булды, 10 фәндән – призер. Әҙәбиәттән төбәк олимпиадаһында 11-се класс уҡыусыһы Ләйсән Шараева призлы урын алды.

Тикшеренеү эштәре менән шөғөлләнгән уҡыусылар һаны 25 процентҡа артты. Уҡыусылар Бәләкәй фәндәр академияһы эшендә ҡатнашыу өсөн фәнни-ғәмәли район конференцияларында йыл һайын тикшеренеү эштәрен тәҡдим итә.

9 һәм 11 класс уҡыусыларының дәүләт йомғаҡлау аттестацияһында күрһәткән һөҙөмтәләре барлыҡ педагогик коллективтың эш һөҙөмтәһен күрһәтә.

Йылдың-йылы 11-се класс уҡыусылары йомғаҡлау аттестацияһын уңышлы тапшыра. 2016-2017 уҡыу йылы берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләре: математиканан (база кимәле) уртаса баһа – 4, рус теле буйынса уртаса балл – 65. Сығарылыш уҡыусыһы Ләйсән Шараева район буйынса иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтте: рус теле – 93, йәмғиәтте өйрәнеү – 84, тарих – 86, инглиз теле – 86.

Йонос урта мәктәбе “Прогресс” мәғлүмәт-мәғариф мөхите апробацияһында ҡатнашыуға ебәрелгән заявкаларҙы анализлау һөҙөмтәһе буйынса республиканың һайлап алынған 12 мәғариф учреждениһы исемлегенә инде.

Шулай уҡ мәктәбебеҙ Башҡортостан Республикаһы дәүләт телдәрен һәм Баш-ҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына проекттар конкурсында ҡатнаша. Август башында һайлап алыуҙың тәүге туры үтте. Эксперттар советы беҙҙең проектты икенсе турға үткәрҙе, хәҙер сираттағы тур һөҙөмтәләрен көтәбеҙ.

Мәктәп район кимәлендәге барлыҡ сараларҙа әүҙем ҡатнаша һәм һөҙөмтәләргә ирешә. РФ-ла иғлан ителгән Ирекмәндәр йылы уңайынан “3D/ Думай! Двигайся! Действуй с РДШ” өс айлыҡ марафон-проекты үтте. Беҙҙең “Изге йөрәктәр” командаһы марафон йомғаҡтары буйынса беренсе урын алды.

Шулай уҡ “Иң яҡшы һауыҡтырыу лагеры” конкурсында йыл һайын призлы урындар яулайбыҙ.

Мәктәптә уҡыусыларҙың сәләмәт йәшәү рәүешенә ҙур иғтибар бүленә. Төрлө кимәлдәге спорт сараларында уҡыусыларыбыҙҙың даими һәм уңышлы сығыш яһауы ошо хаҡта һөйләй.“Сапсан” хоккей командаһы аҙ комплектлы ауыл мәктәбендә ойошторолған Баш-ҡортостандағы тәүге команда булып тора. 2016-2017 йылғы сезонда хоккей буйынса Башҡортостан беренселегендә 2-се урын алды. Йәш хоккейсыларҙың әҙерлек кимәле, башҡарыу оҫталығы үҫте. БР беренселегендә сығыш яһап, Ғәлиәскәр Мөниров был сезонда “Иң яҡшы бомбардирсы” тип табылды. Унан ҡустыһы Ғайсар Мөниров та ҡалышмай. Быйылғы уҡыу-ялан сборында ул егеттәр араһында алты номинацияла еңде һәм “Сборҙың иң яҡшы уҡыусыһы” булды.

“Реаль эштәр” программаһы буйынса уҡыусылар 100000 һумлыҡ спорт ҡорамалы алды.

Уҡыусылар мәктәп яны участкаһында йылдың-йылы яҡшы уңыш ала.

2018 йылда мәктәп 90 йыллыҡ байрамын билдәләне. Юбилей кисәһендә мәктәп тамамлап сығып киткән уҡыусылар-ҙан бик күп теләктәр һәм ҡотлау һүҙҙәре яңғыраны. Был көндө әйтелгән барлыҡ теләктәр тормошҡа ашһын. Уҡыу йорто коллективы мәктәпте һаҡлау һәм уның артабанғы үҫеше өсөн бар көсөн, мөмкинлектәрен һаласаҡ.

Йәшә һәм сәскә ат, мәктәбебеҙ!

Фәғилә МӨХӘМӘТҒӘЛИНА,

тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы.