Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
24 Август 2018, 11:34

Райондың мәғариф системаһы

Мәсетле районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге Илдар Мәҡсүт улы Ғәлимов етәкселегендә эшләй. Райондың муниципаль белем биреү системаһы 12 урта, 4 төп, 8 башланғыс мәктәптән, 25 мәктәпкәсә учреждениенан, Дыуан күп профилле колледжының Оло Ыҡтамаҡтағы филиалынан, Пионерҙар һәм уҡыусылар йортонан, Балалар-үҫмер-ҙәр спорт мәктәбенән тора.

Районда барлығы 457 педагог эшләй, шуларҙың 101-е – мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында, 30-ы – өҫтәмә белем биреү учреждениеһында. 372 (79,8%) мәғариф хеҙмәткәре юғары белемгә эйә. Әлеге ваҡытта мәктәптәр-ҙең 9 педагогик хеҙмәткәре (2,5%), 2 балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе (1,9%) ситтән тороп юғары белем ала.

Әлеге ваҡытта мәктәптәрҙә өс йыл эшләгән 16 (3,6%) йәш уҡытыусы, 1 (1%) йәш тәрбиәсе бар.

130 педагогик хеҙмәткәр Рәсәй һәм республика наградаларына эйә. Райондың мәғариф системаһында эшләй: Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы – 1, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы – 4, Рәсәй Федерацияһы дөйөм мәғарифының почетлы хеҙмәткәре – 12, “Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы алдынғыһы” – 5, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы – 54, Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығының Почет грамотаһына эйә – 13, Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлығының почет грамотаһына – 38.

2017-2018 уҡыу йылдарында 344 педагог (75%) квалификацияны арттырыу курстарында белемдәрен камиллаш- тырҙы. 91 педагог аттестация үтте.

200 педагогик хеҙмәткәр (59,7%) юғары квалификациялы, 105 хеҙмәткәр – беренсе.

Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларының 40 хеҙмәткәре (40%) юғары квалификацияға эйә, 43-ө (43%) – беренсе.

2018 йылда “Иң яҡшы уҡытыусылар-ҙы бүләкләү” конкурсында Йонос урта мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Г. Мөнирова еңеү яуланы. ”Йыл уҡытыусыһы” район конкурсында Оло Ыҡтамаҡ лицейының башланғыс кластар уҡытыусыһы Г. Закирйәнова еңеүсе булды. Призерҙар: Әләгәҙ мәктәбенең математика уҡы-тыусыһы Л. Ғәләүева, Оло Аҡа мәктәбенең йәшәү эшмәкәрлеге хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусыһы-ойоштороусы Р. Әхмәтханов, Башҡорт гимназияһының тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы С. Рәхимова, Әжекәй мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыу-сыһы Р. Мөжипова, Башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы З. Миндибаева.

Район уҡытыусылары төрлө кимәлдәге конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша. Оло Ыҡтамаҡ лицейының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Т. Сычкина “Байрамдар һәм саралар сценарийы” Бөтә Рәсәй педагогтар бәйгеһендә I дәрәжә лауреат булды һәм мәғариф өлкәһендәге уңыштары, ныҡышмалы хеҙмәте, юғары профессионализмы өсөн Хәҙерге заман педагогия академияһының дипломы, рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Оло Ыҡтамаҡ лицейының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Н. Ярушина “Тере классика” республика конкурсында номинацияла еңеп сыҡты.

Яңы Яуыш мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы С. Хисмәтуллина Зәйнәп Биишеваның тыуыуына 110 йыл тулыуға арналған фәнни-ғәмәли конференцияла яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкәне өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Почет грамотаһы менән бүләкләнде.

2017-2018 уҡыу йылында көнүҙәк проблемалар буйынса 70-ләгән семинар үткәрелде.

Мәктәптәрҙә уҡытыу рус, башҡорт һәм татар телдәрендә алып барыла.

Мәғариф учреждениеларында эксперименталь эш алып барыу һәм инновацион процестарҙы фәнни-ғәмәли эштәр менән ҡушып алып барыу өсөн Оло Ыҡтамаҡ лицейы һәм гимназияһы базаларында республика тәжрибә-эксперименттар майҙансыҡтары эшләүен дауам итә.

2018 йылда 121 сығарылыш уҡыу-сыһы урта дөйөм белем тураһында аттестат алды, 20 уҡыусы мәктәпте миҙал-ға тамамланы.