Гөлнара Урал ҡыҙы 2006 йылғы “Йыл уҡытыусыһы” район конкурсы финалисы булып тора, 2011 йылғы “Физкультура буйынса йыл уҡытыусыһы” район конкурсында 3-сө урын алды. 2015 йылда БР Мәғариф министрлығының рәхмәт хаты менән бүләкләнгән, “Заманса белем биреү процесы: тәжрибә, проблемалар, перс-пективалар” халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияһында ҡатнашты.
Ул төрлө баҫмалар менән хеҙмәттәшлек итә: мәҡәләләре “Башҡортостан уҡытыусыһы” һәм “Химия” Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли журналдарында баҫылып тора. Тәүгеһе менән әүҙем хеҙмәттәшлек иткән өсөн рәхмәт хаты, маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнде.
Гөлнара Урал ҡыҙы үҙ предметы теорияһын һәм уҡытыу методикаһын яҡшы белә, мәктәп химияһы һәм биологияһы йөкмәткеһе буйынса тәрән белемгә эйә.
Уҡыусылары төрлө конкурстарҙа юғары ҡаҙаныштарға ирешә: 2014 йылда уҡыусылар-ҙың Бәләкәй фәндәр академияһы уҙғарған тикшеренеү конференцияһының муниципаль этабында “Химия” һәм “Биология” номинацияларында еңеүсе һәм призер булдылар, Инсаф Мөбәрәкшин (8-се класс) менән Айнур Мөбәрәкшин (7-се класс) – биология буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының муниципаль этабы еңеүселәре, Айһылыу Борханова менән Азамат Хәбибуллин (11-се класс) “Совенок-исследователь” төбәк-ара балаларҙың ситтән тороп фәнни эштәре конкурсында 2-се урын алдылар, Инсаф Мөбәрәкшин – Ломоносов уҡыуҙары республика фәнни-ғәмәли конференцияһында 3-сө урын, 2015 йылда Валерий Кузьмин менән Инсаф Мөбәрәкшин (9-сы класс) Бәләкәй фәндәр академияһы ойошторған тикшеренеү эштәре республика конкурсында 3-сө урын яуланылар, ә 2018 йылда Рөстәм Мирсаев менән Айһылыу Ғәлиханова Бәләкәй фәндәр академияһының республика конкурсында 3-сө урын алдылар.
Гөлнара Урал ҡыҙы мәктәп, ауыл, район тормошонда әүҙем ҡатнаша, ата-әсәләр йыйылыштарында докладтар менән сығыш яһай, мәктәптең химия, биология, география уҡытыусыларының методик ойошмаһы етәксеһе, профком ағзаһы булып тора.
Гөлнара Ғәлиева – коллегалары, ата-әсәләр, уҡыусылар араһында абруй менән файҙалан- ған һәләтле ойоштороусы, талапсан тәрбиәсе, принципиаль педагог.