Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
24 Август 2018, 13:12

Әләгәҙ мәктәбе яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә

Әләгәҙ мәктәбендә уҡытыу-сыларҙың татыу коллективы эшләй. Уларҙың күптәре 20 йылдан ашыу стажға эйә һәм үҙ эшмәкәрлектәрендә балалар менән эшләүҙең инновацион формаларын әүҙем ҡулланалар. Ә. Сәйфетдинова, Н. Ярушина, Л. Ғәләүева, М. Нафиҡова, А. Сираева уҡыу-сыларҙың тикшеренеү күнекмәләрен, логик фекерләүҙәрен үҫтереү, ижади һәм интеллектуаль потенциалдарын асыу буйынса маҡсатлы эш алып бара.

Педагогтар һөнәри конкурс-тарҙа ҡатнашып тора. Мәҫәлән, Ә. Сираева, М. Нафиҡова, С. Әмирова Рәсәй Президентының “РФ-ның иң яҡшы уҡытыусыһы” премияһына лайыҡ булдылар. Йыл һайын ойошторолоп торған “Йыл уҡытыу-сыһы” район конкурсында 12 педагогыбыҙ ҡатнашты һәм 2009 йылда М. Нафиҡова еңеү яуланы, А. Әҙиәтуллина, Э. Зәләйева, Г. Ғилметдинова, Ю. Лоҡ-манова, Л. Ғәләүева призер булдылар.

“Иң яҡшы рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” конкурсында сығыш яһанылар: Ә. Сәйфетдинова (2008 йыл, диплом һәм премия менән бүләкләнде), Н. Ярушина (2008 йыл, район этабы еңеүсеһе, республика этабында ҡатнашты), Ә. Сәйфетдинова (2017 йыл, республика этабында диплом һәм премия менән бүләкләнде).

“Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” конкурсында Ә. Сираева үҙ көсөн һынаны һәм район этабында диплом, премия менән бүләкләнде, ә республика этабында дипломант булды.

Уҡыусылар мәктәп, район предмет олимпиадаларында, “Олимпус”, “Летописец”, “Инфоурок”, “Аҡмулла олимпиадалары”, “Альфа” кеүек республика, Бөтә Рәсәй, халыҡ-ара конкурстарҙа ҡатнашалар.

2017-2018 уҡыу йылында районда уҙғарылған тикшеренеү конференцияһында 5 уҡыусы ҡатнашты, 4-се класс уҡыу-сыһы Станислав Горин еңеүсе булды, ҡалғандары – призер-ҙар.

Мәктәп уҡыусылары предмет олимпиадаларынан ситтә ҡалмай. 2017-2018 уҡыу йылында Ильвина Миндиәхмәтова (әҙәбиәт буйынса еңеүсе), Карина Зиннурова (экология буйынса еңеүсе), Адель Нуруллина (биология буйынса еңеүсе), Айгизә Мостафина (баш-ҡорт теле буйынса еңеүсе), Айгөл Ғәлләмшина (татар теле буйынса еңеүсе) яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте.

Шул уҡ уҡыу йылында Аҡмулла олимпиадаларында Анас-тасия Балдина (рус теле), Ильвина Миндиәхмәтова (әҙәбиәт) еңеп сыҡтылар, Анастасия Балдина математика буйынса 1-се урынға иреште. Рус теле буйынса призер – Йәмилә Кузнецова.

Мәктәп өҫтәмә белем биреү менән дә шөғөлләнә: Пионер-ҙар һәм уҡыусылар йортонан рәсем төшөрөү (етәксеһе А. Кашина), туристар (Ф. Зиннурова), крайҙы өйрәнеү (М. Нафиҡова), Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенән волейбол түңәрәктәре (В. Дитц) эшләй.

Һәр йыл мәктәпте тамамлаусылар араһында миҙалсылар бар: 2015-2016 уҡыу йылында 2 уҡыусы миҙал алды, 2016-2017 уҡыу йылында Ильнара Ғәлләүева, Регина Заһитова миҙалға тамамланы, 2017-2018 уҡыу йылында – Ильвина Миндиәхмәтова, Илшат Саяров. Улар барыһы ла БДИ-ны юғары балдарға тапшырҙы.

2017 йылда яңы газ ҡаҙанлығы файҙаланыуға тапшырылды. Йылытыу системаһы капиталь ремонтланды, тәҙрәләр алмаштырылды. Хәҙер мәктәптә йылы һәм уңайлы. Декабрҙә яңы автобус алдыҡ.

2018 йылға тиклем мәктәптең үҙ спорт залы юҡ ине, шунлыҡтан ҡуртымға алырға тура килде. Быйыл спорт залын мәҙәниәт бүлеге балансынан мәктәп иҫәбенә күсерҙек. Яҡын арала мәктәп бинаһында йылы сан-узел төҙөү башланасаҡ. 2018-2019 уҡыу йылында мәктәптә 210 бала уҡыясаҡ, 14 бала беренсе класҡа килә.

Наил ХАЖИЕВ,

Әләгәҙ мәктәбе директоры.