Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
24 Август 2018, 19:16

“Ҡарлуғас”лы йәй

Лагерҙар – мәктәп йәшендәге балаларҙың йәйге ялының иң популяр төрө. Башҡорт гимназияһы базаһында урынлаш-ҡан “Ҡарлуғас” лагерында икенсе йыл рәттән бер сменала ғына 70-тән ашыу бала ял итә. Ә йәй буйы лагерҙа 140-тан ашыу бала булды. Бигерәк тә быйыл “Ҡарлуғас”та ял итергә теләүселәр һаны күп ине, әммә, ҡыҙғанысҡа, урындар һаны сикле.

Лагерҙа балалар өсөн программа әүҙем ялды тәьмин иткән һәм ижади һәләттәрҙе үҫтергән төрлө спорт, танып белеү, үҫтереүсе саралар, уйындар менән бай төҙөлгәйне. Унда ял иткән егет һәм ҡыҙҙар уйын программалары һәм концерттар уҙғарыуҙа, лагерҙың ҙур коллектив эштәрендә әүҙем ҡатнашты.

Балаларҙың төрлө сараларҙа, конкурстарҙа уңышлы сығыш яһауы уларҙың социаль әүҙемлектәрен арттыра, ә был, үҙ сиратында, уларҙың уҡыу йылы дауамында мәктәп эштәрендә яҡшы сағыла. Балалар үҙ алдарына маҡсат ҡуя белгән татыу ижади коллективҡа әйләнә.

Лагерҙа эшләүсе вожатый-ҙар, төрлө эш формаларын фай-ҙаланып, көн һайын сәләмәтлек минуттары үткәрә. Байрамдар, лагерь сменаһын асыу һәм ябыуҙар, “Күңелле старттар”, “Юл һәм балалар”, ата-әсәләр өсөн концерт мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡлы үтә.

Балалар ҙур теләк менән йырлай, бейей, танып белеү фильм-дары ҡарай, спорт уйындарында ярыша. Смена дауамында төрлө викториналар, конкурс-тар, тоҙло ҡамырҙан ҡул эштәре, оригами эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыла. Ял итеүсе балаларҙың барлыҡ ҡул эштәре күргәҙмәгә ҡуйылды.

Лагерҙа ҡыҙҙар һәм малай- ҙарҙы һауыҡтырыу буйынса көн һайын саралар ойошторолдо. Физкультура буйынса инструктор тарафынан иртәнге зарядка спорт майҙанында музыка аҫтында үтте, балалар өсөн төрлө хәрәкәтле уйындар ойошторолдо.

Тәрбиәләнеүселәр күп ваҡыттарын саф һауала үткәрҙе, саралар башлыса урамда уҙҙы. Традицион “Күңелле старттар”, “Спорт йүнәлеше алыу”, “Индеецтар һуҡмағында” ярыштары быйыл да юғары кимәлдә уҙҙы.

Быйыл балалар Салауат районындағы “Янғантау” шифаханаһына һәм “Йәнлектәр донъя-һы” музейына барҙы.

Ата-әсәләр беҙҙең сараларға йыш ҡына килде һәм лагерь коллективына сикһеҙ рәхмәт белдерҙе.

Бөтә смена дауамында балалар төрлө ваҡиғалар һәм эштәр калейдоскобына йәлеп ителде. Һәр көн икенсеһенән айырылып торҙо һәм яңы тәьҫораттар, ҡыҙыҡлы кешеләр менән осрашыуҙар, аралашыуҙар менән бай булды. “Ҡарлуғас” лагеры һәр кем өсөн ниндәйҙер яңы нәмә асты: кемдер үҙенә яңы дуҫ тапты, кемдер үҙендә йәшеренеп ятҡан ижади һәләттәрен асты, ә кемдер хеҙмәттең мауыҡтырғыс эш икәнен аңланы. Тәьҫораттар етәрлек һәм улар беҙҙә ял итеүсе балалар күңелендә оҙаҡ йылдар һаҡланасаҡ.

Айгөл ЗӘБИХУЛЛИНА,

лагерь начальнигы.