Лицейҙа 800-ҙән ашыу бала уҡый. Был тынғыһыҙ йорт, унда иртә таңдан кискә тиклем балалар тауышы тынмай. Лицейҙың мөһим ҡаҙанышы һәм ғорурлығы – уҡыусылар. Педагогик коллектив “Һәләтле балалар” программаһын тормошҡа ашырыу буйынса эште алып бара. Уның төп маҡсаты – һәләтле балалар-ҙың оптималь үҫеше өсөн шарттар булдырыу. Уҡытыу-сыларҙың креативлығы һөҙөмтәһендә беҙҙең уҡыу-сылар ижади конкурстарҙа, конференцияларҙа, төрлө кимәлдәге олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнаша, еңеүсе һәм бүләкләнеүсе була. 2017-2018 уҡыу йылында Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының (БРУО) муниципаль этабында 20 предмет буйынса олимпиадала 21 уҡыусы еңеүсе булды, бүләкләнеүселәр – 29, 5 кеше физика, химия, биология, хоҡуҡ буйынса БРУО-ның республика этабында ҡатнашты.
2017-2018 уҡыу йылында 9-сы синыф уҡыусыһы Камилла Ғайсина ҙур уңыштарға өлгәште. Ул биология уҡы-тыусыһы И. Ҡәнипова етәкселегендә биология буйынса уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһының республика этабында призер булыуға иреште. Ошо уҡыу йылында Камилла дүрт предмет буйынса муниципаль кимәлдәге олимпиадаларҙа ҡатнашты. Биология, химия, инглиз теле буйынса еңеүсе булды, Баш-ҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте буйынса – призер. Уҡыусыларҙың ижади бәйгеләрҙә, олимпиадаларҙа, ярыштарҙа ҡатнашыуҙың мөһимлеген аңлауҙары ҡыуаныслы. Ғәлиәскәр Ғибәҙуллин (11-се класс), Егор Русинов (11-се класс), Алһыу Фәхретдинованан (10-сы класс) торған команда уҡытыусылары Д. Хәйруллин етәкселегендә физика буйынса уҡыусыларҙың XI кубогы республика этабында район намыҫын яҡланы һәм ауыл мәктәптәре араһында иң яҡшыһы булдылар.
2018 йылдың апрелендә 8-се класс уҡыусыһы Елизавета Бәҙәмшина “Ватаныбыҙ юлдары буйлап” тикшеренеү эштәре республика конкурсында III урын яуланы (Л. Корягина), ә был бәйгенең район этабында өс уҡыусы еңеп сыҡты: 3-сө кластан Рәсүл Рамазанов (Э. Рамазанова), 8-се класс уҡыусылары Елизавета Бәҙәмшина (Л. Корягина) һәм Арслан Динов (Ф. Кәбирова). 6-сы кластан Алтынай Ғәниева, Вероника Копытова, Инна Крючкова (И. Йоносова) уҡыусыларҙың БР Бәләкәй фәндәр академияһы фәнни-тикшеренеү эштәренең республика конкурсында төрлө номинацияларҙа еңеп сыҡтылар. Уҙған уҡыу йылында ҡырҡтан ашыу уҡыусыбыҙ видеоконференцбәйләнеш системаһында ойошторолған Рәсәйҙең Гимназиялар союзы конкурсында ҡатнашты. Төбәк-ара ижади проекттар фестивалендә инглиз теле уҡытыусыһы Л. Сибәғәтова, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыу-сыһы Н. Ярушина әҙерләгән уҡыусылар: Луара Ғибәҙуллина (11-се класс), Максим Кирилов (9-сы класс), Арина Крючкова (9-сы класс), Егор Русинов (11-се класс), Эльмира Сәлимова (9-сы класс), Антон Храмцов (11-се класс), Алина Йәрмөхәмәтова (11-се класс) лауреат исеме яуланылар.
Лицей уҡыусылары төплө һәм ныҡлы белем ала. Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы йом-ғаҡтары ошо хаҡта һөйләй. 12 уҡыусы берҙәм дәүләт имтихандарында рус теле буйынса 80-90 балл йыйҙы (уҡытыусылары О. Дәүләтшина, Р. Зәйнуллина, Н. Ярушина), 4 уҡыусы химиянан 83-95 бал- ға иреште (Р. Мөхөбуллина), тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәненән – 84-93 балл (Р. Һа-ҙыева), математиканың профиль имтиханында бер уҡыу-сы (82 балл, уҡытыусыһы Р. Мофазалова), физиканан шулай уҡ бер уҡыусы (80 балл, уҡытыусыһы Д. Хәйруллин), биологиянан бер бала (80 балл, И. Ҡәнипова) юғары күрһәткестәргә өлгәште. Биш сығарылыш уҡыусыһы: Илшат Әхмәтшин, Резеда Кинйәбаева, Егор Русинов, Әлфиә Бикташева, Азамат Мофазалов районда БДИ буйынса иң яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. Ун уҡыусы лицейҙы миҙалға тамамланы.
Бары ижади эшләүсе уҡытыусы ғына уңышҡа өлгәшеүсе компетентлы шәхес тәрбиәләй ала. Алдынғы педагог заманса уҡытыу технологияларына таяна. Ул – профессионал, интеллигент, бик белемле, аралашыусан кеше. Ундай ижади педагогтар беҙҙең лицейҙа бихисап. А. Ба-һауетдинова, Ә Ғимашева, Г. Закирйәнова үҙ тәжрибәләрен 2018 йылғы “Йыл уҡытыусыһы” район конкурсында күрһәтте. Г. Закирйәнова унда еңеп сығып, республика бәйгеһендә районыбыҙ исеменән лайыҡлы сығыш яһаны. Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Н. Ярушина “Тере классика” республика конкурсында номинацияла еңеп сыҡты. Фәнни-методик эш буйынса директор урынбаҫары Л. Корягина “Минең илем – минең Рәсәй” төбәк конкурсында лауреат булды. Лицей уҡытыусылары “Педсовет”, “Мәғариф хеҙмәткәрҙәренең социаль селтәре”, “Инфодәрес”, “Прошколу” интернет сайттары аша үҙҙәренең педагогик оҫталыҡтары менән уртаҡлаша. Улар: инглиз теле уҡытыусыһы Л. Сибәғәтова, химиянан Р. Мөхөбуллина, башланғыс синыф уҡытыу-сылары О. Лысова, Э. Рамазанова, О. Ғаянова, Г. Закирйәнова, А. Баһауетдинова. Ә Ғимашеваның мәҡәләһе БР Мәғарифты үҫтереү институтының халыҡ педагогикаһы брошюраһында баҫылды.
Инновацион эштәр педагогик оҫталыҡты үҫтереү процесын тиҙәйтә. Лицей 2007 йылдан Рәсәйҙең Гимназиялар союзы ағзаһы булып тора. Шул ваҡыттан бирле беҙҙең уҡытыусылар видеоконференцбәйләнештә ҡатнаша. Был бөтә Рәсәй буйынса иң алдынғы мәктәптәр педагогтарының реаль ваҡыт режимындағы интернет-педсоветы. Лицей уҡытыусыларының бындай форумдарҙа ҡатнашыуы педагогтарға үҙ компетентлыҡтарын, белемдәрен арттырырға һәм артабан уларҙы үҙ дәрестәрендә ҡулланырға мөмкинлек бирә. Уҙған уҡыу йылында ошондай 56 сеанс ойошторолдо, унда 16 уҡытыусы ҡатнашты. Был – уникаль метод, уны дөйөмләштереү мөһим.
Алдағы уҡыу йылында лицейҙа ике инновацион май-ҙансыҡ үҙ эшен тамамлай. Уларҙың етәкселәре О. Дәүләтшина менән З. Михайловаға, педагогик коллектив ағзаларына инновацион май-ҙансыҡтар эшмәкәрлеген дөйөмләштереү буйынса ҙур эш тора. Лицей педагогтары һәм уҡыусылары ҙур пландар һәм ижади ҡаҙаныштарға ирешеү теләге менән йәшәй.
фәнни-ғәмәли эштәр буйынса директор урынбаҫары.