Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
21 Август 2018, 19:12

Яңы уҡыу йылына белем биреү учреждениеларын ҡабул итеү

Районда яңы 2018/2019 уҡыу йылына белем биреү учреждениеларын ҡабул итеү тамамланды.

Мәғариф ойошмаларының яңы уҡыу йылына әҙерлеген сифатлы тикшереү өсөн төҙөлөш, иҡтисади үҫеш һәм йәшәйеште тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса район хакимиәте башлығы урынбаҫары Азамат Ҡәләмов етәкселегендәге эш комиссияһы төҙөлә. Комиссия составына мәғариф бүлеге һәм район хакимиәте, үҙәк район дауаханаһы, Роспотребнадзор, дәүләт янғын күҙәтеүе, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Мәсетле районы буйынса бүлеге вәкилдәре, ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмалар етәкселәре инде. Был комиссия райондың белем биреү ойошмаларын: 24 мәктәп, 25 балалар баҡсаһы, өҫтәмә белем биреү учреждениеларын тикшерҙе.

Тикшереү барышында янғынға ҡаршы хәүефһеҙлеккә, террористик ғәмәлдәрҙән һаҡланғанлыҡҡа, хеҙмәтте һаҡлауға, санитар торошҡа, территорияларҙың төҙөкләндерелеүенә, аҙыҡ блогының әҙерлегенә, автоматик янғын сигнализацияһына һәм видеокүҙәтеү системаһына, эвакуациялау юлының торошона һәм башҡаларға айырыуса иғтибар бүленде.

Белем береү учреждениеларының биналары СанПиН талаптарына ярашлы ремонтланған. Сифатлы белем-тәрбиә биреү процесын булдырыу өсөн бар шарттар ҙа булды- рылған.

Ғәлиә Абдрафиҡова.