Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
17 Август 2018, 19:52

Мәктәп формаһын һайлай белергә кәрәк

Мәктәп формаһын һайлағанда ата-әсәләр баланың уны көнөнә 4-8 сәғәт кейеп йөрөйәсәген аңларға тейеш.

Тимәк, уның сифатына ла талаптар юғары ҡуйыла. Ҡай-һы бер ата-әсәләр кейемдең хаҡына ғына ҡарай, ә туҡыманың составына иғтибар ҙа итмәйҙәр, һөҙөмтәлә ярамаған кейем алына. Сифатһыҙ мәктәп формаһы уҡыусының сәләмәтлегендә, үҙен тойоуында, уҡыуҙағы өлгәшеүсәнлегендә сағыла. Шуға күрә мәктәпкә форма һайлағанда, был мәсьәләгә бик етди ҡарағыҙ.

Балалар өсөн костюмдың 67 процент-ҡа химик ептән торған туҡыманан тегелеүе ихтимал. Бындай кейемде байрамдарға кейергә мөмкин, әммә уны мәктәпкә көн һайын кейергә ярамай. Кейем һатып алғанда уның этикеткаһына һәм материалдың составы тураһында мәғлүмәткә, уның менән тотоноу ҡағиҙәләренә иғтибар итегеҙ. Изделие менән эш итеүҙе аңлатыусы символдарҙы ҡарағыҙ. Мәҫәлән, әйберҙе химик таҙартыу тәҡдим ителә икән, ундай кейемдән баш тартыу яҡшыраҡ, сөнки был химик матдәләрҙең көнө буйы форманы кейеп йөрөгән балағыҙға зыянлы булыуы ихтимал. Буяуының ныҡлығын тикшерегеҙ: туҡыманың бәләкәй генә өлөшөн һыулап, уны ышҡып ҡарағыҙ – сифатлы туҡыманың ҡулда буяу эҙҙәре ҡалмай, шулай уҡ сифатлы туҡыма аша яҡтылыҡ үтмәй.

Мәктәп формаһын тыныс төҫтәрҙән һайлағыҙ. Сағыу төҫтәр баланы арыта, бала ярһый башларға мөмкин.

Киләһе йылға ла ярарлыҡ форма һайлағанда, ентекләп уйлағыҙ: ул аҙаҡ өҫтөндә матур ултырасаҡмы?

Балаларығыҙҙың сәләмәтлеген һаҡлағыҙ!

Ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә күҙәтеү буйынса

Федераль хеҙмәт Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының Дыуан, Балаҡатай, Ҡыйғы,

Мәсетле, Салауат райондарындағы территориаль бүлеге.