“Кеше экология донъяһында”, “Кеше кешеләр донъяһында”, “Кеше һандар донъяһында” кеүек йүнәлештәр буйынса предметтар секциялары ойошторолғайны.
Беҙҙең район исеменән Түбәнге Бобин мәктәбенең икенсе класс уҡыусыһы Никита Шурманов сығыш яһаны. Йәш тикшеренеүсе үҙ яғының тарихы, кешеләре һәм иҫтәлекле урындары тураһында һөйләне. “Минең тыуған яғым мөйөштәре буйлап” сәйәхәтсе әсбабын төҙөү уның эш йомғағы булды. Компетентлы жюри уның эшен юғары баһаланы. Никита III дәрәжәләге диплом менән бүләкләнде. Никитаны ҡотлайбыҙ һәм уға артабанғы уңыштар теләйбеҙ!
Һүрәттә: Н. Шурманов. Раушания КОБЯКОВА, класс етәксеһе.
Мәсәғүт ауылында шағир Тимер Йосоповтың тыуыуының 80 йыллығына тап килтерелгән һәр йылғы Йосопов уҡыуҙарының зональ этабы булды.
Мәсетле районы уҡыусылары унда уңышлы сығыш яһаны. Әб-дрәхим мәктәбенең дүртенсе класс уҡыусыһы Даниил Ғәҙелшин (уҡытыусыһы Зөлфиә Ғәйфуллина) һәм Яңы Мишәр мәктәбенең алтынсы класс уҡыусыһы Искәндәр Хафизов (Гүзәлиә Нотфуллина) өсөнсө урын яуланы. Үҙенсәлекле һәм оҫта башҡарғаны өсөн Дыуан-Мәсетле мәктәбенең туғыҙынсы класс уҡыусыһы Айсыуаҡ Ханнанов (Флорида Сәлихова) Йосопов уҡыуҙарының гран-прийына эйә булды.
1-се лицейҙа район мәктәптәре уҡыусылары араһында шахмат турниры уҙғарылды. Ярышта ете мәктәптән барлығы 42 шахматсы ҡатнашты. Турнир шәхси беренселектә лә, командалар буйынса ла үтте. Ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс уйын һөҙөмтәләре буйынса урындар түбәндәгесә бүленде.
Команда беренселегендә Башҡорт гимназияһы еңеүсе булды (тренеры Мансур Ханов), Теләш мәктәбе командаһы икенсе урын алды (Ильяс Шарапов), өсөнсө – Дыуан-Мәсетле (Минзилә Хажимөхәмәтова).
Шәхси иҫәптә төрлө йәш төркөмдәрендә лицейҙан Ә. Ғәлимова, гимназиянан А. Ниғәмәтйәнов, Д. Ғәзизов, И. Ғәйнелйәнов, Әжекәй мәктәбенән А. Эргашов, Ләмәҙтамаҡтан З. Дәүләтшина беренсе урын алды.
Бөтә призерҙар ҙа Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе грамоталары менән бүләкләнде.