Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
30 Март 2018, 12:13

Беҙҙең команда иң яҡшыһы

Дыуан күп профилле колледжында (Дыуан ауылында) 2018 йылдың яҙында хәрби хеҙмәткә алынырға тейешле егеттәр араһында хәрби-ғәмәли спорт төрҙәре буйынса республика спартакиадаһының икенсе этабы үтте.


Ҡораллы Көстәр хеҙмәтенә әҙербеҙ!


Спартакиада йәштәргә хәрби-патриотик тәрбиә биреү, сәләмәт йәшәү рәүешен нығытыу, хәрби-ғәмәли һәм техник спорт төрҙәрен популярлаштырыу һәм егет-тәрҙең РФ Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәткә әҙерлеген тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Спартакиада Рәсәй Федерацияһының урындар-ҙағы хәрби идара органдары барлыҡҡа килеүҙең 100 йыллығын байрам итеүгә арнала. Ойоштороусылар – Дыуан, Мәсетле һәм Салауат рай-ондарының хәрби комиссариаты, Мәсетле районының йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге.

Зональ ярыштарҙа Мәсетле, Дыуан, Салауат һәм Ҡыйғы райондары командалары ҡатнашты, унда Мәсетле районы беренсе урын алды һәм апрелдең өсөнсө ун көнлөгөндә Өфө ҡалаһында Башҡортостан Республикаһының йыйылыу пунктында үтәсәк республика финалында ҡатнашасаҡ.

Мәсетле районы исеменән биш егет – Дыуан күп профилле колледжының Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы филиалы уҡыусылары сығыш яһаны. Беҙҙең егеттәр граждандарҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләү һәм алыу бүлеге начальнигы ярҙамсыһы Руслан Ҡәйүмов етәкселегендә алты номинация буйынса призлы урындар алды.

Вадим Шабардин пневматик винтовканан атыу, “Калашников” автоматын һүтеү-йыйыу буйынса беренсе, противогаз кейеү буйынса икенсе урын алды. Рәмзит Ғәүнетдинов АК-30 магазинын патрондар менән тәьмин итеү буйынса иң яҡшыһы булды. Илмир Ғәлләмов “Калашников” автоматын һүтеү-йыйыу буйынса икенсе, пневматик винтовканан атыу, турникта күтәрелеү буйынса өсөнсө булды. Рушан Шафиҡов хәрби хеҙмәт нигеҙҙәрен белеү буйынса шулай уҡ өсөнсө урын алды.

Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА әҙерләне.