Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
26 Февраль 2018, 17:25

Балалар баҡсаһында 2018 йылғы ҡышҡы Олимпиадаға арналған һаулыҡ аҙналығы

12 февралдән 16-һына тиклем Оло Ыҡтамаҡ ауылының “Светлячок” балалар баҡсаһында 2018 йылғы ҡышҡы Олимпиадаға арналған “Һаулыҡ аҙналығы” үтте. Билдәле булыуынса, сәләмәт тәндә – сәләмәт рух.


Буласаҡ чемпиондар.



Мәктәпкәсә белем биреүҙең төп бурысы: тәрбиәләнеүселәрҙең һаулығын һаҡлап ҡалыу һәм нығытыу, балалар организмының дөрөҫ физик үҫешеүенә булышлыҡ итеү. Спорт бәйгеләре балаларҙа әхлаҡи-рухи сифаттар тәрбиәләй, оптимизм, уңышҡа ынтылыш, бер-береңә ярҙам итергә һәм хәл уртаҡлашырға әҙерлек формалаштырырға ярҙам итә.

Пхёнчхандағы ҡышҡы олимпиадаға арналған һаулыҡ аҙналығында бөтә балалар ҙа ҡатнашты. Һаулыҡ аҙналығының йөкмәткеһе аҙнаның һәр бер көнөнә сәләмәт йәшәү рәүешен формалаштырыуға йүнәлтелгән төрлө-төрлө физкультура-спорт төрҙәренән, танып белеү һәм уйын эшмәкәрлегенән торған саралар планын үҙ эсенә алды. Балаларҙың бөтөн эшмәкәрлеге был аҙнала “һаулыҡ” темаһы менән “һуғарылды”. Балаларҙың күнегелгән эшмәкәрлеге урынына сағыу саралар һәм ҡыҙыҡлы ваҡиғалар бер-береһен алмаштырып торҙо. Һәр киләһе көн унан алдағыһына оҡшаманы: беренсе көн саңғы спортына бағышланды – балалар саңғыларҙа йөрөнө һәм ярышты; икенсе көн – хоккейға, балалар ҙур теләк менән шайбаларҙы ҡапҡаларға индерҙе һәм ысын көйәрмәндәр һымаҡ индерелгән һәр бер шайба өсөн яңғыратып ҡысҡырышты; өсөнсө көн – сана спорты – бик теләп саналарҙа шыуҙы-лар; дүртенсе көн “Күңелле старттар” булды; бишенсе көндө “О, спорт, ты мир!” рәсемдәр конкурсына йомғаҡ яһалды, иң әүҙем спортсыларға һәм рәссамдарға грамоталар тапшырылды.

Бөтә балалар, педагогтар ыңғай хис-тойғоларға байып, кәйефтәре күтәрелде.

“Һаулыҡ аҙналығы” дауамында үҙҙәренең һәм балаларының һаулығы тураһында хәстәрлек күреүҙе ойоштороу мәсьәләләре буйынса “Ата-әсәләрҙең ҡуйын дәфтәренә” ҡулланмаларының йөкмәткеһе яңыртылды.

“Һаулыҡ аҙналығы”н ойоштороу, әҙерләп уҙғарыуҙа физкультура буйынса инструктор Лилиә Мөхәрәмованың хеҙмәте ҙур булды, ул әлеге сара барышында мәктәпкәсә йәштәге балаларҙа сәләмәт йәшәү рәүешенә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү буйынса төрлө эш формаларын бойомға ашыра алды. Аҙналыҡты уҙғарыуҙа балалар баҡсаһы белгестәре һәм тәрбиәселәре ярҙам итте.

С. КОРОБКИНА,

өлкән тәрбиәсе.