Минзәлә Абзалова 6-сы класс уҡыусылары менән.
Һәр бала үҙ телен белергә бурыслы, тигән фекерҙә Әжекәй мәктәбенең татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Минзәлә Абзалова. Ул– иң тәжрибәле тел белгестәренең береһе. Уҡытыусы-предметсы булараҡ, эшендә ул урындағы фольклорға нигеҙләнгән материалдарҙы әүҙем файҙалана. Уҡыусылары менән ауыл йырҙарын, таҡмаҡтарын өйрәнәләр, йыйылған материалға таянып тикшеренеү эштәре яҙалар. Мәҫәлән, әлеге уҡыу йылында 6-сы класс уҡыусыһы Эльвина Ғибәҙуллина “Татар халҡының ғөрөф-ғәҙәттәре һәм милли байрамдары” темаһына үҙ хеҙмәтен тәҡдим итте. 2013-2014 уҡыу йылында 5-се класс уҡыусыһы Эльмира Ҡадирова “Әжекәй ауылы топонимикаһы” материалы менән ғилми-тикшеренеү эштәренең муниципаль этабында 2-се урын алды. Минзәлә Миңлеғәли ҡыҙының уҡыусыларының өлгәше тураһында район һәм республика конкурс-тарындағы һөҙөмтәләре буйынса фекер йөрөтөргә мөмкин: быйыл ғына ла уның өс уҡыусыһы район олимпиадаһында еңеүсе булды, улар араһынан Эльмира Ҡадирова республика олимпиадаһында ҡатнашып, 35 уҡыусы араһында 10-сы урынға сыҡты.
2000 йылдан Минзәлә Абзалова директор урынбаҫары вазифаһын башҡара. Хәҙер туған тел менән бер рәттән башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен дә алып бара. “Башҡорт телен уҡыта башлауы миңә ауыр булманы, сөнки Мәсәғүт педучилищеһында һәм Стәрлетамаҡ пединститутында беҙ яҡшы белем алдыҡ”, – ти ул.
Минзәлә Миңлеғәли ҡыҙы – БР мәғарифы алдынғыһы, хеҙмәт ветераны, былтыр РФ Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.
Ауыл ерендә уҡытыусылар бөтә замандарҙа ла этәргес көс булған. Ә туған тел уҡытыусыһы – һәр ваҡыт халыҡ араһында. Шуға күрә Минзәлә Абзалованың ауылдың йәмәғәт тормошонда, художестволы үҙешмәкәрлектә әүҙем ҡатнашыуы ғәжәп түгел.