Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
25 Ғинуар 2018, 17:41

Киләсәгеңде һайлап

Төбәк Башлығы үҙенең Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға һәр йылғы Мөрәжәғәтнамәһендә төрлө тармаҡ белгестәрен әҙерләү проблемаһының актуаллеген билдәләне. Республика вуздары вәкилдәре һәм ауыл мәктәптәре уҡыусыларының йыл һайын осрашыуы – ул ошо мәсьәләне хәл итеүҙең тағы ла бер ысулы.

Башҡортостан Республикаһы вуздары ректорҙары советының һөнәри юҫыҡтағы күсмә саралары – һәр бер сығарылыш уҡыусыһы, йәғни райондың буласаҡ абитуриенты өсөн әһәмиәтле һәм мөһим ваҡиға. Юғары профессиональ белгес булыу өсөн кем булырға теләүҙәрен һәм ҡайҙа белем аласаҡтарын улар әле хәҙер үк билдәләргә тейеш. Хеҙмәт баҙарында тап шундай үҙ эшенең оҫталары талап ителә лә инде. Улар карьера үҫешенә һәм яҡшы эш хаҡына өмөт итә ала.

Осрашыуҙа Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, БДМУ ректоры, Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы Валентин Павлов, шулай уҡ республиканың төп вуздары вәкилдәре: Башҡорт дәүләт медицина университетының ҡабул итеү комиссияһы яуаплы секретары Гөлнара Сыңғыҙова, Башҡорт дәүләт педагогия университетының ҡабул итеү комиссияһы яуаплы секретары Фидәнис Тимерханов, Өфө дәүләт авиация техник университетының абитуриенттар менән эшләү һәм вузға тиклемге әҙерлек үҙәге етәксеһе Сергей Ли, Башҡорт дәүләт аграр университетының биология фәндәре кандидаты, үҫемлекселек һәм игенселек кафедраһы доценты Рәғиҙә Ирғәлина, Башҡорт дәүләт университетының ҡабул итеүҙе ойоштороу һәм һөнәри йүнәлеш бүлеге белгесе Лилиә Ғәфиәтуллина һәм Өфө дәүләт нефть техник университетының нефть-газ бизнесы институты яуаплы секретары Евгений Шамонин, Мәсетле районы Хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин, уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова ҡатнашты.

Әле район Мәҙәниәт һарайы фойеһында уҡ Мәсетле, Балаҡатай, Дыуан, Ҡыйғы, Салауат райондарының 10 һәм 11-се класс уҡыусылары һәм уҡытыусылары “Хәҙерге заман белем биреү программалары” күргәҙмәһендә уҡыу йорттары менән таныша ала ине.

Ә һәр уҡыу йорто тураһында ентекләп һөйләнелгән осрашыуҙың үҙендә уҡыу-сылар уҡырға инеү шарттары, кәрәкле БДИ балдары, өҫтәмә уҡыу шарттары тураһында белде һәм вуздар вәкилдәренә үҙҙәре үк һорау-ҙар бирә алды.

Һәр бер юғары уҡыу йорто – ул юғары профессиональ уҡытыусылар һәм заманса уҡытыу методикаларының бер ерҙә тупланыуы. Районыбыҙ уҡыусылары улар-ҙың ҡайһыһын ғына һайламаһын, уларҙы ҡыҙыҡлы уҡыу процесы, үҙ-үҙҙәрен бойомға ашырыу, заманса һәм талап ителгән белемгә эйә булыу мөмкинлектәре көтә.

Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.