Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
18 Ғинуар 2018, 18:05

Киләсәккә яҡшы старт

Дыуан күп профилле колледжы филиалы район өсөн квалификациялы кадрҙар әҙерләү менән шөғөлләнә. Бында уҡыған йәштәр белем алыуҙарына етди ҡарай, уҡыу йортоноң ижтимағи тормошонда әүҙем ҡатнаша.

Диана Серебренникова менән Вера Жуланова ашнаҡсы-кондитер һөнәрен һайлаған. Ике ҡыҙ ҙа – уҡыу алдынғылары. Дыуан күп профилле колледжы филиалында уҡыу уларға оҡшай, ә уны тамамлағандан һуң, юғары уҡыу йорттарына инергә планлаштыралар.

Илмир Ғәлләмов былтыр “Газпромбанктың эшсе стипендиаттары” Бөтә Рәсәй конкурсы стипендиаты (өсөнсө дәрәжә) булды. Өлгөлө уҡыу-ҙан тыш, егет уҡыу йортоноң йәмәғәт тормошонан да ситтә ҡалмай: ул– ятаҡхананың студсовет рәйесе һәм старостаһы, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашыусы, гитарала уйнай, йырлай, спорт менән мауыға. Илмир ата-әсәһе эшен дауам итергә һәм эшҡыуар булырға хыяллана.

Белем алыуҙа өсөнсө курс студенттары Ильяс Шафиҡов менән Юнир Фазлыев та яҡшы уңыштарға ирешә. Уларҙың буласаҡ һөнәре – ауыл хужалығында электр ҡорамалдарын ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү

буйынса электромонтер. Ильяс “Йондоҙ” йәмғиәтендә практика үтеп, унда үҙ белемдәрен күрһәткән. Хужалыҡ директоры унан ҡәнәғәт ҡалған һәм тырыш егетте эшкә лә саҡырған. Юнир саңғы спорты менән шөғөлләнә. Колледжға армияла хеҙмәт иткәндән һуң буласаҡ һөнәрен аңлы рәүештә һайлап килгән. Уның пландарында – эшләү, ныҡлы һәм татыу ғаилә ҡороу.

Бөтә ошо йәш кешеләр яҡшы белем алыуҙың бөтә яуаплылығын аңлай, шуға күрә үҙ маҡсаттарына ышаныслы аҙымдар менән бара. Һөнәри белем алыу улар өсөн киләсәктә уңышлы тормошҡа яҡшы этәргес буласаҡ.


Һүрәттә: һулдан уңға: Ю. Фазлыев, И. Ғәлләмов, Д. Серебренникова, В. Жуланова һәм И. Шафиҡов.