Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
9 Ноябрь 2017, 02:00

Ашнаҡсылар оҫталыҡтарын арттырҙы

Район мәктәптәре һәм мәктәпкәсә учреждениеларының 60 ашнаҡсыһы квалификацияларын күтәреү буйынса уҡыу үтте. Уҡыуҙы “Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт туҡланыуы уҡыу-курс үтеү комбинаты” унитар предприя-тиеһы ойошторҙо. Занятиелар өс көн дауамында барҙы. Һуңғыһы: теоретик һәм практик өлөштәрҙән торған имтихан формаһында булды. Ғәмәли өлөштә ашнаҡсыларыбыҙ традицион һәм яңы рецептар буйынса һәр төрлө аҙыҡ тәҡдим итте. Өлгөләр күплеге һәм башҡарыу фантазияһы менән хайран ҡалдырҙы. Ашнаҡсыларҙың һөнәри сифаттарын баһалаған ваҡытта рецептуралар-ҙың технологик карталарын уҡый һәм төҙөй белеүе, аш-һыуҙы әҙерләү һәм биреү үҙенсәлеклеге кеүек күп кенә факторҙар иҫәпкә алынды. Унан тыш, балалар ризығының тәмле генә түгел, ә файҙалы ла булырға тейешлеге мотлаҡ шарт булды.Имтихандар һөҙөмтәһендә барлыҡ ашнаҡсылар ҙа разряд алды йәки бул-ғанын күтәрҙе. Был район мәктәптәрендә һәм мәктәпкәсә учреждениеларында туҡланыу сифатын яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк.