Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
2 Ноябрь 2017, 02:00

Нисек йәшәйһең, башланғыс мәктәп?

Мәктәп уҡыусылары һаны кәмеү сәбәпле, райондың ҡайһы бер мәктәптәре башланғысҡа ғына тороп ҡалды. Һөләймән ауылында ла шулай булды. Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА. – Бына дүртенсе уҡыу йылын инде беҙ башланғыс мәктәп булып ҡаршылайбыҙ, – ти Оло Ыҡтамаҡ лицейы филиалы – Ф. Зәғәфүрәнов исемендәге башланғыс дөйөм белем биреү мәктәбе мөдире Фәйрүзә Дусмөхәмәтова. –Әммә мәшәҡәттәр шул уҡ. Беҙ элеккесә үк балаларға яҡшы белем бирергә, уҡыу процесын ойошторорға тейеш. Документтар менән эш күп, көн һайын тиерлек эш менән район үҙәгенә барырға кәрәк. Бөгөн Һөләймән мәктәбендә дүрт класта 27 бала уҡый. Уларға башланғыс класс уҡыусылары Юлиә Фаизова, Эльвира Ғөзәйерова, Фәйрүзә Дусмөхәмәтова һәм инглиз теле уҡытыусыһы Фәрзәнә Закирйәнова белем бирә. Әйтергә кәрәк, йөкләмәләрен улар сифатлы үтәй. Бының төп күрһәткесе – уҡыусылар өлгәше, быйыл ул 60% самаһы. Кабинеттарҙа йылы һәм таҙа. Техперсонал намыҫ менән эшләй. Мәктәптә уҡы- тыусыларҙың элекке коллективы тарафынан булдырылған тыуған яҡты өйрәнеү музейы эшләй. Бында Ф. Зәғәфүрәновҡа, ауылдан сыҡҡан данлыҡлы кешеләр һәм замандаштарға ауылдың боронғо нәҫелдәре шәжәрәһенә арналған мөйөш бар. Мәктәп бинаһында башланғыс мәктәп, ауыл клубы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, китапхана һәм балалар баҡсаһы урынлашҡан.– Мәктәптең транспорты булмау берҙән-бер ҡатмарлылыҡ булды һәм булып ҡала, – тип уртаҡлаша Фәйрүзә Миндиәхмәт ҡыҙы. – Шуға күрә балаларҙы район сараларына, конкурстар һәм олимпиадаларға йөрөтөү менән ҡыйынлыҡтар килеп тыуа. Айырыуса ҡыштарын, һалҡын- дарҙа. Шулай ҙа был хәлдән сығыу юлдарын табырға тырышабыҙ. Быйыл ауыл балалары һәм үҫмерҙәре ҡышҡы кистәрҙе файҙа менән уҙғар-һын өсөн уларға хоккей май-ҙансығы эшләүҙе планлаштырабыҙ.