Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
2 Ноябрь 2017, 02:00

Бында балалар әкиәт иленә эләгә

1987 йылдың 1 октябрендә Һөләймән ауылында ҙур ваҡиға була – балалар баҡсаһы асыла. Зөһрә ҒӘНИЕВА. Ауылда мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһын асыу ул саҡта ҙур әһәмиәткә эйә була. Әсәләрҙең күбеһе колхозда эшләй, ә балалар менән өләсәйҙәр һәм олатайҙар ҡала. Балалар баҡсаһы асыл-ғас, тәүгеләренең дә, икенселәренең дә эше еңеләйә. Башта балалар баҡсаһы ағас йортта урынлаша, ваҡыт үтеү менән уны мәктәп бинаһына күсерәләр. Учреждениеның тәүге хеҙмәткәрҙәре: тәрбиәсе, мөдир Гөлсибәр Иҡсанова һәм ашнаҡсы Рәшиҙә Ғәләлетдинова. Бөгөн “Алтын балыҡ” балалар баҡсаһына 31 сабый йөрөй. Ете кешенән торған коллективты Фаягөл Зәйнетдинова етәкләй. Әйтергә кәрәк, бында коллектив тотороҡло һаҡлана, сөнки һөнәргә яңылыш килеп эләгеүселәр юҡ. Тәрбиәселәр Рәйсә Әхмәтйәнова, Элиза Закир- йәнова, тәрбиәсе ярҙамсылары Рәзилә Ғәләлетдинова, Әминә Ҡотлоева – Һөләймән ауылының бер нисә быуын балаларына яҡын кешеләр. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында балалар ике төркөмдә шөғөлләнә. Мөдир Фаягөл Зәйнетдинова әйтеүенсә, сабыйҙарҙы балалар баҡсаһына урынлаштырыу буйынса проблемалар юҡ. Киләһе йылға шулай уҡ төркөмдәрҙең тулы булыуы көтөлә. Бында кескәйҙәрҙең тулы ҡиммәтле үҫеше һәм ялы өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған: мөйөштәр йыһазландырылған, дәрестәр үткәрелә, урамда балаларҙы сағыу майҙансыҡ көтә. Учреждениеға йыл һайын йәйен косметик ремонт эшләнә. Балалар баҡсаһы тупһаһын аша атлап үтеү менән балалар, әйтерһең дә, әкиәт иленә эләгә.Әйберҙәрҙең таҙалығы өсөн Гүзәл Йомағужина яуап бирә. Балаларға аш-һыу әҙерләү бурысы Эльза Йомағужинаға йөкмәтелгән. Ата-әсәләр һәм балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре уларҙың эшенән ҡәнәғәт.