Мәктәп сараһын Дыуан-Мәсетле мәктәбендә “Беренселәр хәрәкәте” беренсел бүлексәһе ойошмаһы етәксеһе Вәсилә Фәтхетдинова ойошторҙо. Кисәне әүҙем уҡыусылар Нәркәс Багаева менән Мәҙинә Мөбәрәкшина алып барҙы.
Байрамда ҡатнашыусылар көҙгө тәбиғәттең матурлығына йәнә бер тапҡыр инанды, уңыш миҙгеле тураһында күберәк белде, был уларҙа күҙәтеүсәнлек, иғтибарлылыҡ, логик фекерләүҙе үҫтереү, бер-ҙәмлек, дуҫлыҡ һәм тирә-яҡ мөхиткә һөйөү тойғоһон уятыуға бер аҙым булды.
Көҙҙө һәр кем үҙенсә ҡабул итә: берәүҙәр өсөн ул – һалҡын һәм моңһоу, икенселәр өсөн – бай һәм йомарт. Йыл һайын Дыуан-Мәсетле мәктәбендә, ғәҙәттәгесә, уҡыусыларҙың йәйге хеҙмәтенә йомғаҡ яһала.
Көҙ байрамы булғас, Көҙһылыу ҙа булырға тейештер ул?! Байрамды йәмләп һәр команданан Көҙһылыуҙар сәхнәгә сыҡты. Сарала бик күп конкурстар үткәрелде, уҡыусылар үҙҙәренең сығыштарын әҙерләне. Кисәлә ҡатнашыусыларҙың барыһы ла уларҙа ихлас ҡатнашты, көлдө һәм шаярҙы. Командалар ярышы байрамдың биҙәге булды. Һәр класс номер, шулай уҡ көҙ уңышынан салат әҙерләргә тейеш ине.
Ҡатнашыусылар йомаҡтар систе, емештәрҙең, ҡоштар-ҙың, ағастарҙың, хайуандар-ҙың исемен белеүҙә ярышты, күрмәйенсә, тотоп ҡарап ҡына бөртөктәр буйынса ярмаларҙың исемдәрен әйтте, башҡортса һүҙҙәрҙе рус теленә тәржемә итте.
Тағы ла шуны әйтергә кәрәк: “Беренселәр хәрәкәте” ойошмаһы мәктәп баҡсаһынан ҡара миләш йыйып һатты, шул аҡсаға уҡыусыларға бүләктәр алынды.
Конкурс йомғаҡтары буйынса һәр номинацияла еңеүселәр билдәләнде. Шулай уҡ компетентлы жюри бөтә конкурстар йомғаҡтары буйынса еңеүселәрҙе һайланы. Беренсе урынды – 7-се класс, икенсене – 5-се класс һәм өсөнсөнө 6-сы класс командалары алды.
Вәсилә Фәтхетдинова, Дыуан-Мәсетле мәктәбе уҡытыусыһы.
Сәскәләр аллеяһы
Ошо көндәрҙә мәктәптә бүлмә гөлдәрен күсереп ултыртыу буйынса “Бүлмә сәскәләре аллеяһы” ирекмәндәр акцияһы уҙҙы.
Вәсилә Ғәбдулхаҡ ҡыҙы етәкселегендәге “Беренселәр хәрәкәте” ирекмәндәре сәскәләрҙе күсереп ултыртып, мәктәп коридорындағы тәҙрә төптәренә урынлаштырҙы.
Билдәләп үтергә кәрәк, бүлмә үҫемлектәре кешенең күңел торошона ыңғай йоғонто яһай, матурлыҡ тыуҙыра, шатлыҡ бүләк итә, изгелек һәм наҙ, тормош символы булып тора. Ирекмәндәр командаһының һәр ағзаһы башҡарған изге эшенән ҡәнәғәт ҡалды.
– Көн һайын изге эштәр башҡарығыҙ, шул ваҡытта донъя сағыуыраҡ һәм күңеллерәк булып китәсәк, – ти Дыуан-Мәсетле урта мәктәбе уҡыусылары.
Айгүзәл Исмәғилева,
7-се класс уҡыусыһы.