Турнир башында “Буласаҡ депутаттар”, “Тәүгеләр”, “Беҙ – Рәсәйҙән” командалары үҙҙәренең девиздарын яңғыратты һәм эштәрен тәҡдим итте. Ярыш өс этаптан торҙо: “Күнекмә-викторина”, “Терминдарҙы белеүселәр”, “Блиц-турнир”.
Һорауҙар һәм эштәр үҫмерҙәрҙең иғтибарын йәлеп итеүгә, буласаҡ һайлаусыларҙың хоҡуҡи мәҙәниәтен һәм электораль әүҙемлеген күтәреүгә йүнәлтелде. Студенттар әүҙем ҡатнашты: һорауҙарға яуап бирҙе, фекер алышты, бәхәсләште, үҙ фекерҙәрен яҡланы.
Ҡыҙҙар һәм егеттәр ҡатмарлы мәсьәләләрҙе уңышлы систе. Сара студенттарға илебеҙҙең төп законы тураһында белемдәрен нығытырға һәм ҡабатларға, төрлө кимәлдәге һайлауҙы ойоштороу һәм үткәреү тураһында бик күп яңы, ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр белергә мөмкинлек бирҙе.
Уйын йомғаҡтары буйынса “Буласаҡ депутаттар” командаһы студенттары еңеүсе булды, призерҙарға һәм әүҙем ҡатнашыусыларға БР Үҙәк һайлау комиссияһы бүләктәре тапшырылды.
Нурания ӘБДРӘХИМОВА.