Лагерь программалары, ҡыҫҡа сменаға ҡарамаҫтан, ҡыҙыҡлы һәм төрлө булды. Балалар үҙҙәренең ижади һәләттәрен күрһәтте: һүрәт төшөрҙө, ҡул эштәре башҡарҙы, шулай уҡ спорт менән шөғөлләнде, экскурсияларға йөрөнө. Педагогтар ярҙамында балаларҙың һәр көнө сағыу ваҡиғаларға бай булды һәм онотолмаҫлыҡ иҫтәлектәр ҡалдырҙы.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, ай ярымдан мәктәп уҡыусыларының күптән көтөлгән йәйге каникулдары башлана, шуға күрә балалар өсөн һигеҙ белем биреү учреждениеһы (лицей, Баш-ҡорт гимназияһы, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе, Ләмәҙтамаҡ, Түбәнге Бобин, Абдулла һәм Ҡорғат мәктәптәре) базаһында көндөҙгө лагерҙар ойоштороласаҡ. Уларҙа ял 600 уҡыусыға иҫәпләнгән. Шулай уҡ алты белем биреү учреждениеһы базаһында (лицей, Башҡорт гимназияһы, Ләмәҙтамаҡ, Түбәнге Бобин, Абдулла һәм Ҡорғат ауылдары мәктәптәре) 150 балаға иҫәпләнгән хеҙмәт һәм ял лагеры эшләйәсәк.
Башҡорт гимназияһы базаһында “Ҡарлуғас” лагеры уҡыусыларҙы ҡабул итәсәк. Ике заезда 130 баланың ял итеүе көтөлә.
Ләйсән АБЗАНОВА.
Һүрәттә: Ләмәҙтамаҡ мәктәбе уҡыусылары.