Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ғаилә традицияларын өйрәнәбеҙ

Оло Ыҡтамаҡ ауылының “Миләш” балалар баҡсаһында “Подорожник – по дороге жизни” яңы оҙайлы проект тормошҡа ашырыла (авторы – музыка етәксеһе Альбина Закирова).

Ғаилә традицияларын өйрәнәбеҙ
Ғаилә традицияларын өйрәнәбеҙ

Проекттан ата-әсәләрҙең “тамашасы” һәм “күҙәтеүсе” роленән белем биреү процесында әүҙем ҡатнашыусыға әйләнеүен; мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы тәрбиәләү һәм уҡытыу мәсьәләләрендә ата-әсәләрҙең компетентлығын арттырыуҙы; ата-әсәләрҙең психологик-педагогик грамоталылығын күтәреүҙе; төркөмдәрҙә һәм ял итеү участкаларында предмет-үҫеш мөхитен тулыландырыуҙы көтәбеҙ.
Мине бында яраталар, мине бында көтәләр,
Оҙаҡ-оҙаҡ уйнап китһәм,
борсолошоп бөтәләр.
Беҙ бөтәбеҙ бергә – "беҙ", шуға күрә бергәбеҙ.
Шатлыҡ, бәхет менән үҫеп,
бергә-бергә берегәбеҙ.
Ғаиләнең усағы – атам-әсәм ҡосағы!
Был саралар ғаилә, ғаилә традициялары тураһында ҡиммәттәрҙе формалаштырыу, берлектәге саралар үткәреү ярҙамында балалар менән ата-әсәләр мөнәсәбәттәрен яраштырыу, тәрбиәләнеүселәрҙең ғаиләләре менән партнерлыҡ мөнәсәбәте булдырыу өсөн кәрәк.
Проект сиктәрендә ғаилә тураһында әңгәмәләр үткәрелде, ғаилә тураһында шиғырҙар һәм йырҙар ятланыҡ, ғаилә альбомдарын ҡараныҡ, һүрәт төшөрҙөк, күргәҙмә өсөн ҡул эштәре башҡарҙыҡ.
Саралар һөҙөмтәһендә берлектәге “Ғаилә традициялары” саралары, “Ғаилә ҡиммәттәре” ғаилә ҡул эштәре күргәҙмәһе, “Минең ғаиләм” һүрәттәр альбомы барлыҡҡа килде.
Гүзәл МИНДИЙӘРОВА,
“Миләш” балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе.

Автор: