“Мәктәп ваҡыты” командаһы уны уҡыусыларҙы ғына түгел, уҡытыусыларҙы ла ҡыуандырыр өсөн мөмкин тиклем юғары кимәлдә үткәрергә ҡарар итте.
Лицейыбыҙҙың күп уҡыусылары йыл һайын үҙидара көнөн көтөп ала, сөнки уҡыу һәм дәрестән тыш саралар планында был мөһим ваҡиға булып тора. Көн дауамында 9-11 класс уҡыу-сылары дәрестәр, кластан тыш эш ойоштора.
Был көндө беҙ, уҡыусылар, үҙ һәләтебеҙҙе һәм оло тормошҡа өлгөрөп етеүебеҙҙе күрһәтергә әҙербеҙ. Уҡытыусы урынында булыу – өлкән класс уҡыусылары өсөн үҙеңде, ойоштороу һәләтеңде генә түгел, креатив идеяларҙы ла күрһәтеү мөмкинлеге.
Уҡыусыларҙың барыһы ла үҙидара көнө өсөн яуаплы “директор” бойороғо менән раҫланған дәрестәрҙе алып бара. Быйыл директор итеп 11 “Б” класс уҡыусыһы Айша Ғәйнанова һайланды.
Берҙәм командала 9-11 класс уҡыусылары Альбина Хәсәнова, Алһыу Йәрмөхәмәтова, Адэлия Ҡәләмова, Илья Крючков, Элина Сираева, Рауил Әхмәтханов, София Кондратьева (11 “А”), Вадим Ли, Алексей Лаптев, Иван Крючков, Айваз Ғәбдрәхимов, Артур Фәтихов, Егор Бабушкин, Айҙар Латипов, Тимур Зиннәтуллин (11 “Б”), Юлиә Әсмәндиәрова, Ульяна Перевышина, Илзида Әхмәтйәнова, Азалия Абдуллина, Альберт Сәхәүетдинов (10 “Б”), Самира Ишмөхәмәтова , Ильвина Юнысова (9 “В”), Илназ Ҡәләмов (9 “Г”) булды.
Был көндө беҙ сағыу, күңелле һәм ғәҙәти булмаған итеп үткәрергә тырыштыҡ. Һәм был бурысты атҡарып сыға алдыҡ, тип иҫәпләйбеҙ.
Үҙидара көнөндә йыл һайын лицейҙа уҡыусылар һәм уҡытыусылар менән төрлө саралар үткәрелә. Беҙ ҙә ҡәҙимге уҡыу көнөндә яҡшы кәйеф булдырырға теләнек, төрлө конкурс, спорт уйындары, интерактив дәрес һәм экскурсиялар ойошторҙоҡ. Мәҫәлән, уҡыусылар араһында волейбол, “Зарница”, “Күңелле старт” уйындары уҙҙы.
Программаның күңел асыу өлөшөндә “Крокодилдар”, “Команда менән селфи” уйындары, башланғыс кластар өсөн йәнһүрәттәр күрһәтеү кеүек саралар уҙҙы. Команда “Октябрь” кинотеатрына, янғын һүндереү часына, икмәкханаға, Дыуан күп профилле колледжының Оло Ыҡтамаҡ ауылы филиалына экскурсияға алып барҙы. Яратҡан уҡытыусыларыбыҙ өсөн “Интуиция” уйыны, химия, музыка буйынса оҫталыҡ дәресе, “Комета-спорт” стадионына экскурсия-квест ойошторолдо.
Кисен флешмоб уҙҙы – беҙ Уҡытыусылар көнөнә арналған сарала бөтә команда менән бейенек, шулай уҡ лотерея уйнаттыҡ.
Үҙидара көнөн үткәреүҙә бағыусылар В. И. Крючков, Н. Н. Зырянова, Р. Р. Фәрхетдинов, Алик Кашапов, Михаил Скрябин, Александр Скрябин, “Престиж” матурлыҡ салоны, ШЭ “Жильцов”, ШЭ “Чусова”, ШЭ “Сафонова”, ШЭ “Ғафаров”, “Сәләм”, “Миләш”, “Емеш-еләк”, “Уйынсыҡтар”, “Мебель”, “Кристина” магазиндары, “Шаурма”, “Евразия” кафеһы, “Ника” агентлығы, “Поешь-ка” ашханаһы ярҙам күрһәтте.
Үҙидара көнөндә беҙ уҡытыусы эшенең ғәйәт ҙур хеҙмәт булыуына йәнә бер тапҡыр инандыҡ. Беҙҙең команда уҡытыусыларҙың һәм уҡыу-сыларҙың уҡытыу-тәрбиә, кластан тыш саралар үткәреү йәһәтенән бөтә теләктәрен иҫәпкә алды.
Айша ҒӘЙНАНОВА,
Оло Ыҡтамаҡ лицейының 11 “Б” класы уҡыусыһы.