Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Көҙгө урманда сәләмәтлек көнө

Сентябрь беҙҙе йылы һауа торошо менән ҡыуандыра. Тап ошо ҡояшлы көндә Яңы Яуыш мәктәбе уҡыусыларының көҙгө урманға походы үткәрелде лә инде.

Көҙгө урманда сәләмәтлек көнө
Көҙгө урманда сәләмәтлек көнө

Урман батшалығы йәш ҡунаҡтарҙы йылы ҡаршыланы. Тәбиғәттең ғәжәйеп донъя-һына ингәс, балалар урманда үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен, көҙ тураһында һынамыштарҙы иҫкә төшөрҙө, аҡланды сүп-сарҙан таҙартты. Улар тәбиғәтте тыңларға өйрәнде, һәм, әлбиттә, сағыу тәбиғәт ҡосағында фотоға төштө.
Ошонда уҡ, урманда, уҡыусылар араһында “Зарница” спорт ярыштары уҙҙы. Беренсе станцияла балалар Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен белеүҙәрен тикшерҙе, ә икенсеһендә, япраҡҡа ҡарап, улар алдында ҡайһы үҫемлек барлығын билдәләне. Өсөнсө станция “Кем тиҙерәк?” тип аталды: балалар утынды тиҙлеккә ташыны. Дүртенсеһендә кем скакалкала оҙағыраҡ һикереүен асыҡланылар. Бишенсеһендә уҡыусылар зарядка эшләп алды. Алтынсы “Кем сәпкә күберәк эләгә?” станцияһы улар өсөн иң ҡыҙыҡлыһы булды.
Матур тәбиғәт ҡосағында ваҡыттың уҙғаны һиҙелмәй ҙә ҡалды. Сара балаларға ғына түгел, өлкәндәргә лә бик күп тәьҫораттар һәм хис-тойғолар бүләк итте.

Нурания ӘБДРӘХИМОВА.

Автор: