Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Балалар баҡсаһы – кескәйҙәр өсөн икенсе йорт

Хәҙерге заман ата-әсәләренә тормоштарын балалар баҡсаһынан башҡа күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Улар, балаларын мәктәпкәсә учреждениела ҡалдырып, сабыйҙары өсөн тыныс була ала – кескәйҙәр иғтибарлы, һиҙгер, изге күңелле һәм талапсан тәрбиәселәрҙең күҙәтеүе аҫтында.

Балалар баҡсаһы – кескәйҙәр өсөн икенсе йорт
Балалар баҡсаһы – кескәйҙәр өсөн икенсе йорт

Кесе Ыҡтамаҡ ауылындағы “Дюймовочка” балалар баҡсаһы тәрбиәселәре күп йылдар инде тәрбиәләнеүселәрен ихлас ҡаршы ала һәм уларға йөрәк йылыһын бүләк итә.
Балалар үҙҙәрен уңайлы тойһон өсөн балалар баҡсаһында өйҙәге кеүек шарттар булдырылған. Учреждение биләмәһе күҙҙең яуын алырҙай сағыу төҫтәрҙә балҡып утыра. Балалар баҡсаһына ингән урында хәүефһеҙлек, юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә өйрәткән, терроризм һәм тәбиғәттәге тәртип тураһында мәғлүмәт яҙылған баннер ҡуйылған.
Беҙҙә ижади, татыу коллектив тупланған. Педагогтарҙың 50 проценты юғары белемле, 50 проценты юғары категорияға эйә. Беҙ үҫеш һәм яңы үрҙәргә өлгәшеү режимында йәшәйбеҙ.
Балалар баҡсаһы уйын һәм үҫтереү ҡорамалдары менән яҡшы йыһазландырылған. Был – беҙҙең коллективтың, тәрбиәләнеүселәребеҙҙең ата-әсәләренең ҡаҙанышы, сөнки улар мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһына тыуған йортона ҡараған кеүек ҡарай.
Бөгөн мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһына илле дүрт тәрбиәләнеүсе йөрөй, өс төркөм тулыһынса комплектланған. Балалар көн дауамында һигеҙ хеҙмәткәрҙең күҙәтеүе аҫтында.
Педагогтар төркөмдә телмәрҙе үҫтереү, хәүефһеҙлек, математика һәм тәбиғәт буйынса мөйөштәрҙе матур итеп биҙәгән, балалар бында ҙур теләк менән килһен һәм ҡәнәғәт ҡалһын өсөн тәрбиәселәр төркөм бүлмәләрен төрлөләндереп, ҡыҙыҡлы итеп эшләргә тырыша.
Кескәйҙәр төркөмөндә тәрбиәсе Людмила Ғарипова эшләй. Тәрбиәсенең педагогик стажы – 10 йыл. Төрлө йәштәге уртансылар төркөмөндә балаларҙы йәш белгес Альбина Берсенева ҡарай. Төрлө йәштәге өлкәндәр төркөмөндә Елена Романчук эшләй, педагогик стажы – 13 йыл, шулай уҡ ул филиал мөдире вазифаһын да башҡара.
Эштә тәрбиәсе ярҙамсылары Кристина Новоселова һәм Ольга Крашенинникова ярҙам итә. Улар үҙ эшен ҙур тырышлыҡ, яуаплылыҡ менән башҡара.
Иртәнге һәм төшкө ашты тәжрибәле ашнаҡсы Татьяна Хәкимова әҙерләй. Уның эш стажы 30 йыл тәшкил итә. Ул бешергән аштарҙы балалар ҙур ҡәнәғәтлек менән ашай.
Тәрбиәселәребеҙ – үҙ эшенең оҫталары. Бында педагогиканы һөнәр итеп кенә түгел, ә йәшәү рәүеше булараҡ ҡабул иткән хеҙмәткәрҙәр эшләй.
Коллективты белемле һәм иғтибарлы мөдир Наталья Чистякова етәкләй. Ул – яҡшы ойоштороу һәләтенә эйә етәксе. Наталья Александровна коллектив, ата-әсәләр, балалар менән һәр ваҡыт уртаҡ тел табырға тырыша.
Өлкән йәштәге төркөм балаларынан: “Ә беҙҙең балалар баҡсаһы ниндәй?”, – тип һораныҡ. Ул иң яҡшыһы, иң матуры – балалар ошондай фекерҙә. Был балалар баҡсаһының бөтә хеҙмәткәрҙәренең эшенә ысын баһа, тип уйлайбыҙ. Улар менән килешәбеҙ, сөнки изгелек, ярҙам итеү, дөйөм маҡсатты аңлау булған ерҙә хеҙмәт һөҙөмтәләре һәр ваҡыт юғары.
Елена Романчук,
Кесе Ыҡтамаҡ ауылының
“Дюймовочка” балалар баҡсаһы мөдире вазифаһын башҡарыусы.

Балалар баҡсаһы – кескәйҙәр өсөн икенсе йорт
Балалар баҡсаһы – кескәйҙәр өсөн икенсе йорт
Балалар баҡсаһы – кескәйҙәр өсөн икенсе йорт
Балалар баҡсаһы – кескәйҙәр өсөн икенсе йорт
Балалар баҡсаһы – кескәйҙәр өсөн икенсе йорт
Автор: