Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Яҙғы каникул – күңелле мәл!

Яҙғы каникул – дәрестәрҙән ял итеп, күп яңы һәм ҡыҙыҡлы нәмәләр белергә, күңел асырға мөмкин булған иң күркәм осор.

Яҙғы каникул – күңелле мәл!
Яҙғы каникул – күңелле мәл!

Уҡыусыларҙың яҙғы каникулда ял ваҡытын ойоштороу һәм хәүефһеҙлекте тәьмин итеү маҡсатында 2023 йылдың 27 – 31 мартында өс белем биреү учреждениеһы базаһында көндөҙгө лагерҙар эшләне, уларҙа райондың 290 балаһы ял итте. Шулай уҡ ата-әсәләре менән балалар өсөн Мәсетле шифаханаһында уҡыусылар ете көн дауамында барған яҙғы сменала сәләмәтлеген нығытты.
Лагерҙар программаһы күп төрлө булды һәм художество, лидерлыҡ, коммуникатив сифаттарҙы, музыкаль һәләттәрҙе үҫтереү өсөн киңлек булып торҙо. Балалар Оло Ыҡтамаҡ ауылының тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында, район китапханаһында, янғын һүндереү бүлегендә булды һәм физкультура-һауыҡтырыу эше менән шөғөлләнгән төрлө сараларҙа ҡатнашты: көн һайын иртәнге күнекмә, спорт эстафеталары, саф һауала уйындар. Тәрбиәләнеүселәр бик күп ыңғай тәьҫорат, яҡшы кәйеф алды.

Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2023 йылдың 7 апрелендәге  14е һанында уҡығыҙ.

Автор: