Мәсетле районында 2735 бала белем алған 24 дөйөм белем биреү учреждениеһы эшләп килә. Уларҙың һәр береһендә стационар туҡланыу блоктары һәм ашханалар бар.
2 декабрҙә Әләгәҙ, Оло Аҡа һәм Әжекәй мәктәптәрендә ҡайнар аш биреүҙе ойоштороу буйынса күсмә тикшереү ойошторолдо. Мәсетле районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Вадим Саҙиҡов – Әләгәҙ мәктәбендә, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Альберт Сәғҙәтов Оло Аҡа һәм Әжекәй мәктәптәрендә булды. Улар мәктәп ашханаһы менюһы менән танышты, туҡланыу блоктарының торошон, килтерелгән продукттарҙың сифатын, эпидемияға ҡаршы сараларҙың үтәлешен, өлөштәрҙең тулылығын тикшерҙе, шулай уҡ ашнаҡсылар менән аралашты.
Тикшереү был мәктәптәрҙә санитар ҡағиҙәләрҙе һәм нормаларҙы боҙоуҙар булмауын күрһәтте.
Ләйсән АБЗАНОВА.