Мәсетле тормошо
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Файҙалы каникул

Каникул – ял һәм ижад, яңыны һәм ҡыҙыҡлыны аңлау осоро. Көҙгө каникул – уҡыу йылында тәүгеһе. Йәй-ҙән һуң балалар әлегә көс-дәрт менән тулы булыуға ҡарамаҫтан, улар был аҙнаны ҙур түҙемһеҙлек менән көтә һәм үҙҙәре өсөн файҙа менән үткәрә.

Файҙалы каникул
Файҙалы каникул

Бына, мәҫәлән, Әбдрәхим, Яңы Мишәр, Оло Аҡа һәм Теләш мәктәптәре уҡыусылары Оло Ыҡтамаҡ ауылының тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында булды. Балалар өсөн музейҙың бөтә залдары буйлап экскурсия ойошторолдо. Улар тыуған төйәк тарихына ҡағылды: күренекле шәхестәр менән танышты, борон ата-бабаларыбыҙҙың ниндәй һөнәргә эйә булыуҙарын белде, ҡумыҙ көйҙәрен тыңланы, 1945 йылдың майында яуланған Бөйөк Еңеүгә яҡташтарының индергән өлөшө хаҡында ишетте, Афған һуғышында һәм Чечен Республикаһында хәрби хәрәкәттәрҙә
ҡатнашыусыларҙың наградалары, хаттары һәм шәхси әйберҙәрен күрҙе. Музейҙа шулай уҡ Украина биләмәһендә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ Вадим Мөхәмәтов һәм Илдар Фәйрузовҡа арналған “Ваҡыт геройҙары” тигән яңы экспозиция менән таныштылар. Экскурсовод, музей директоры Нәзирә Фазылйән ҡыҙын уҡыусылар ихлас тыңланы.
Музейҙан һуң Яңы Мишәр мәктәбе уҡыусылары Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы 86-сы янғын һүндереү бүлегендә булды. Уҡыусыларҙы янғын һүндереүсе Руслан Хәйретдинов ҡаршы алды. Ул балаларға янғын һүндереү машиналарын, авария-ҡотҡарыу ҡорамалдарын, янғын һүндереү еңсәләре һәм ҡотҡарыусыларға бик кәрәкле башҡа ҡоралдарҙы күрһәтте, уларҙың тәғәйенләнеше тураһында һөйләне. Янғын һүндереүселәрҙең хеҙмәте, хәрби көндәре тураһында мауыҡтырғыс ваҡиғалар ҙа булды. Осрашыу ҡыҙыҡлы үтте.
Теләш мәктәбе уҡыусылары район Мәҙәниәт һарайы методисы Регина Ғиниәтуллина ойошторған туҡыу һәм ҡайып сигеү буйынса оҫталыҡ дәресендә ҡатнашты.
Оло Аҡа мәктәбе уҡыусылары “1773-1775 йылдарҙағы Крәҫтиән һуғышында әүҙем ҡатнашыусылар, Салауат Юлаевтың тоғро көрәштәштәре, яҡташтарыбыҙ – полковник Илсеғол Этҡолов, полковник Бәхтийәр Ҡанҡаев, полковник Миҙәт Миңлейәров, старшина Сөләймән Күҫәкәев, старшина Иҫәкәй Саҙыровҡа рәхмәтле вариҫтарҙан” һәйкәлен барып күрҙе.
Айһылыу ҒӘЛӘМШИНА.

Файҙалы каникул
Файҙалы каникул
Автор:Лариса Михалькова