Ошо иҫтәлекле көнгә арналған акция "Ашнаҡсыларыбыҙға ҙур рәхмәт" исеме аҫтында үтте. Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы тәҡдиме менән мәғариф учреждениеларында “Минең яратҡан ризығым”, “Сәләмәт иртәнге аш” кеүек саралар, класс сәғәттәрендә һөнәри йүнәлеш биреү эштәре алып барылды.
Район мәктәптәренең 1-4 кластарынан 249 бала “Минең яратҡан ризығым” темаһына һүрәттәр әҙерләгән. Эштәрендә – кулинария шедеврҙары: торттар, төрлө татлы пирогтар, пиццалар.
Абдулла мәктәбе уҡыусылары байрам көндө аш-һыу бүлмәһенә экскурсия яһаны һәм ашнаҡсыларҙың эше менән танышты, уларҙың махсус кейемен, һауыт-һабаны ҡараны. Шулай уҡ уҡыусылар ашнаҡсы ролендә булып өлгөрҙө: 4-се класта белем алған ҡыҙҙар һәм малайҙар 1-3 класс уҡыусыларына ризыҡ таратыуҙа торҙо.
5-8 кластарҙа белем алған 230 уҡыусы ата-әсәләре менән бергә “Сәләмәт иртәнге аш” темаһына ризыҡтар әҙерләгән. Шулай итеп, мәҫәлән, Теләш мәктәбенең 6-сы синыфынан Айлина Ғилметдинова класташтарына бүләккә ҡоймаҡ бешергән. Аш-һыуҙы мәктәп ашнаҡсылары баһаланы.
9-11 класс уҡыусылары араһында ашнаҡсы һөнәренә ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн класс сәғәттәре үткәрелде, шулай уҡ сәләмәт туҡланыу мәҙәниәте нигеҙҙәрен үҙләштерҙеләр. Оло Аҡа мәктәбендә өлкән класс уҡыусылары өсөн мәктәп ашханаһының яңы цехтарына экскурсия ойошторолдо. Балалар файҙалы һәм ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр алды.
Оло Ыҡтамаҡ лицейының ашхана мөдире Сәлимә Миңлебаева өсөн был көн – икеләтә байрам: тыуған көнө лә нәҡ ошо датаға тура килгән.
Был сара уҡыусыларҙың да, ашнаҡсыларҙың да күңелдәренә хуш килде.
Айһылыу ҒӘЛӘМШИНА.
Һүрәттә: Теләш мәктәбе ашнаҡсылары йәш ярҙамсылары менән.