Был миҙгелдә беҙ, өлкәндәр, балаларға уның бөтә матурлығын һөйләргә һәм күр-һәтергә тырышабыҙ. Бергәләп төрлө һүрәттәр төшөрәбеҙ һәм әйберҙәр яһайбыҙ.
Яңы Мишәр ауылындағы “Умырзая” балалар баҡсаһында беренсе тапҡыр “Көҙгө йәрминкә” сараһы ойошторолдо. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы өсөн был көн ысын мәғәнәһендә байрамға әүерелде. Унда балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре, тәрбиәләнеүселәр һәм улар-ҙың ата-әсәләре ҡатнашты.
Төп маҡсат – балаларҙы уңышлы тәрбиәләү һәм үҫтереү өсөн педагогтар менән ата-әсәләр араһында тығыҙ бәйләнеш булдырыу. Балалар ата-әсәләре менән бергә ҡул эштәре әҙерләп алып килде. Йәрминкәлә йәшелсә һәм емеш-еләктән төрлө әйберҙәр ҡуйылғайны.
Балаларға айырыуса самауыр тәьҫир итте, ул байрамдың биҙәгенә әүерелде. Улар рәхәтләнеп самауыр сәйен эсте.
Сара бик күңелле һәм матур үтте. Балалар дәртле музыкаға йырланы, бейене. Байрам сағыу һәм онотолмаҫ тәьҫораттар алып килде. Был көндө сарала ҡатнашыусылар үҙҙәренә оҡшаған ризыҡты һатып алыу мөмкинлегенә эйә булды: хуш еҫле күмәс, татлы бәлеш, печенье, алма һәм башҡалар.
Шулай итеп, көҙгө йәрминкә учреждениебыҙҙың яҡшы йолаһына әүерелер, тип ышанабыҙ. Балалар баҡсаһы коллективы байрамыбыҙҙа әүҙем ҡатнашҡандарҙың һәммәһенә лә рәхмәт белдерә.
Земфира СӘЛӘХОВА,
“Умырзая” балалар
баҡсаһы тәрбиәсеһе.