Йола буйынса ул Белем көнөнә арналған тантаналы линейканан башланды. Район мәктәптәрендә 2737 уҡыусы белем аласаҡ, 324 бала тәүге тапҡыр мәктәп ишеген асты. Уларҙың тормошонда яңы этап, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар һәм ғәжәйеп асыштар башлана.
Башҡорт гимназияһында яңы уҡыу йылында 490 уҡыусы парта артына ултырҙы, уларҙың 62-һе – беренсе класс уҡыусылары. Тантаналы линейкала Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин, Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов ҡатнашты.
Байрам Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Республикаһы һәм Мәсетле районы флагтарын күтәреүҙән башланды. Был яуаплы бурыс уҡыу алдынғылары Әҙилә Дәүләтова, Арсен Камалов, Арсен Төхвәтуллинға бирелде. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, был быйылдан башлап барлыҡ мәктәптәрҙә аҙна һайын йолаға әүереләсәк.
Әнис Ҡасим улы уҡыусыларҙы яңы уҡыу йылы менән ҡотлап, мәктәп белем бирә, балаларҙың һәләттәрен үҫтерә, бында буласаҡ ҡаҙаныштарға нигеҙ һалына, тип билдәләне. Бының өсөн районыбыҙҙың белем биреү учреждениеларында бөтә кәрәкле шарттар үтәлгән: йыһазландырылған матди-техник база, бай тәжрибә туплаған һәм юғары профессионализмға эйә педагогтар бар.
– Лайыҡлы уҡығыҙ, тыуған яҡты өйрәнегеҙ, тыуған тәбиғәтте яратығыҙ һәм һаҡлағыҙ. Уҡыу һеҙгә шатлыҡ килтерһен. Яңы уҡыу йылында хеҙмәткә һөйөү, белемгә ҡыҙыҡһыныу һәм үҙ көсөгөҙгә ышаныс теләйем. Уҡытыусыларҙың барыһына ла – һүнмәҫ ижади дәрт, түҙемлек һәм аҡыллы ҡарарҙар, ә ата-әсәләргә – балаларығыҙ өсөн ғорурлыҡ! – тине ул.
Шул уҡ көндө Башҡорт гимназияһында Украинала хәрби махсус операция барышында һәләк булған сержант Вадим Мөхәмәтовҡа бағышланған мөйөш асылды. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Указы менән ул үлгәндән һуң генерал Шайморатов ордены менән наградланды. Герой хөрмәтенә эшләнгән мөйөштә уның тураһында мәғлүмәт урынлаштырылған.
Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.
Шул арала
2022 йылдың 1 сентябренән Рәсәйҙең барлыҡ мәктәптәрендә яңыртылған башланғыс һәм төп дөйөм белем биреү федераль дәүләт мәғариф стандарттары (ФГОС) үҙ көсөнә инә.
2022 йылда беренсе һәм бишенсе кластар өсөн стандарттарҙы мотлаҡ индереү ҡаралған. 2025 йылға барлыҡ мәктәптәрҙе яңыртылған федераль дәүләт белем биреү стандарттарына күсереү күҙаллана.