Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Тәрбиәсе булыу – күңел талабы

Оло Ыҡтамаҡ ауылының “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Людмила Севастьянова 35 йыл ғүмерен еңел булмаған, әммә ҡыҙыҡлы эшкә бағышланы. Ошо ваҡыт эсендә ул һайлаған эшенә тоғро ҡалды.

Тәрбиәсе булыу – күңел талабы
Тәрбиәсе булыу – күңел талабы

Людмила Игнатьевнаға эшһөйәрлек, һөнәренә, бәләкәстәргә ҡарата һөйөү, педагогик оҫталыҡты камиллаштырыуға ынтылыу кеүек сифаттар хас. Ул тәрбиәүи һәм белем биреү процесын ойоштороуҙың төрлө формаларын яҡшы белә. Балаларҙа коммуникативлыҡ һәм ижади һәләттәрен үҫтереү, рухи мәҙәнилек һәм инициатива булдырыу, күҙ алдына килтереү һәләтен үҫтереү, үҙ аллы булыуҙы мөһим тип иҫәпләй.
Людмила Севастьянова Красноуфимск районы Нижнеиргинск ауылында эшселәр ғаиләһендә тыуып үҫә. 1985 йылда Красноуфимск педагогия училищеһының художество-графика бүлеген тамамлай. Ике йыл самаһы Нижнеиргинск урта мәктәбендә рәсем уҡытыусыһы булып эшләй, “Оҫта ҡулдар” түңәрәген алып бара. 1987 йылда кейәүгә сыҡҡас, беҙҙең төбәккә күсеп килә. Шул уҡ йылдың ноябрендә “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып хеҙмәт юлын дауам итә.
Севастьяновтар ғаиләһе ике бала тәрбиәләп үҫтергән, бөгөн улар ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләшергә ярҙам итә.
35 йыл дауамында ул балалар тәрбиәләү менән шөғөлләнә – уларҙы мәктәпкә әҙерләй, хәреф танырға һәм иҫәпләргә өйрәтә, нимә ул яҡшы, нимә ул насар икәнен аңлата. Уның хеҙмәт характеристикаһында әйтелгәнсә,
заман талаптарына ярашлы, әүҙем уҡытыу формалары һәм алымдар ҡуллана, балалар менән эшләгәндә төркөмдә һәм индивидуаль эш менән файҙалана. Рәсми документтың был юлдары балаларға арналған ғүмер, уларға белем биреү, игелек күрһәтеү, өйрәтеү һәм ярҙам итеү теләге тураһында һөйләй. Уның дәрестәре һәр ваҡыт форма һәм йөкмәтке төрлөлөгө менән айырылып тора, балалар ҡыҙыҡһынып шөғөлләнә һәм, иң мөһиме, яҡшы һөҙөмтә бирә – тәрбиәләнеүселәрҙең күбеһе мәктәптә уңышлы уҡый.
Ул – яуаплы һәм ижади кеше. Һүрәт төшөрөргә, үҙ ҡулдары менән төрлө әйберҙәр эшләргә ярата. Балалар баҡсаһының эске һәм тышҡы йөҙөн булдырыуҙа бик күп хеҙмәт һалды.
Эшләү дәүерендә Людмила Игнатьевна балалар баҡсаһына йөрөүсе балалар һәм уларҙың ата-әсәләре араһында абруй, ихтирам яуланы. 10-дан ашыу төркөм сығарҙы. “Был мәлгә үҙемде күңелемдән генә әҙерләйем, сөнки үҙең тәрбиәләгән кескәйҙәр- ҙе балалар баҡсаһынан сығарыу еңел түгел”, – ти ул.
Юғары профессионализм һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн БР Мәғариф министрлығының почет грамотаһы менән бүләкләнгән, район хакимиәтенең мәғариф бүлеге, район хакимиәтенең маҡтау грамоталарына лайыҡ.
Зөлфирә ВӘЛИЕВА,
“Ҡояшҡай”
балалар баҡсаһының
өлкән тәрбиәсеһе.

Автор:Лариса Михалькова