Бөтә яңылыҡтар

Хөрмәтле мәсетлеләр!

Балалар сәнғәт мәктәбе шөғөлләнергә теләүселәрҙе 2022-2023 уҡыу йылына 1-се класҡа саҡыра. Ҡабул итеү комиссияһы балаларҙың ижади һәләтен асыҡлау маҡсатында инеү имтихандары уҙғара.

Хөрмәтле мәсетлеләр!
Хөрмәтле мәсетлеләр!

Инеү өсөн тыңлауҙар (ҡарау) 15-25 августа 10.00 – 17.00 сәғәттә үтә. Бөтә һорауҙар менән директорҙың уҡытыу-тәрбиә эше буйынса урынбаҫарына (Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Ленин урамы, 15 адресы буйынса 5-се кабинетҡа) мөрәжәғәт итергә.
Уҡырға инеү өсөн бала менән бергә ата-әсәнең береһенә (законлы вәкилгә) килергә һәм түбәндәге документтарҙы тапшырырға кәрәк:
1) Законлы вәкилдең паспорт күсермәһе (фото һәм прописка бите);
2) Баланың тыуыу тураһындағы таныҡлыҡ күсермәһе;
3) Баланың фотоһы 3*4 – 1 дана;
4) Педиатрҙан хореография менән шөғөлләнергә рөхсәт итеү тураһында белешмә (“Хореография ижады” бүлексәһенә уҡырға инеүселәр өсөн генә);
5) Баланың 3 һүрәте – ҡәләм, фломастер һәм буяуҙар менән (“Һынлы сәнғәт” бүлегенә уҡырға инеүселәр өсөн генә).
Уҡыуға 6,5 һәм 10 йәштәге балалар ҡабул ителә:
- өҫтәмә үҫтереүсе дөйөм белем биреү программаһы буйынса (уҡыу – 7 йыл);
- өҫтәмә һөнәри белем биреү программаһы буйынса (уҡыу – 5-6 һәм 8-9 йыл).
* * *
Иғтибар! Яңы “Театр сәнғәте” бүлеген асыу тураһында иғлан итәбеҙ.
Театр – аралашыу һәләтен үҫтерә. Актер оҫталығына өйрәнгән балалар төрлө йәштәге кешеләр менән еңел генә бәйләнешкә сыға һәм бер ауырлыҡһыҙ һөйләшә, сөнки улар еңел уртаҡ тел таба. Актерлыҡ оҫталығы балаларға кәүҙәне төҙ тоторға өйрәтә, тауыш көсөнә, үҙ-үҙенә ышаныс тойғоһона эйә булырға ярҙам итә. Был – шәхесте үҫтереүҙең иң һөҙөмтәле алымдарының береһе. Ролдәр уйнап, бала үҙ-үҙен яҡшыраҡ аңларға һәм сағылдырырға, хис-тойғоларын контролдә тоторға, тормошта ярҙам итәсәк оҫталыҡ тупларға өйрәнә.
Бер үк ваҡытта 2 бүлеккә уҡырға инеү рөхсәт ителмәй!
Урындар һаны:
1) хореография бүлеге – 24 кеше (алты йәш ярымдан);
2) рәсем сәнғәте – 24 кеше (12 кеше – алты йәш ярымдан; 12 кеше –10 йәштән).
3) “Фольклор сәнғәте (башҡорт фольклоры)” – 12 кеше;
4) фортепиано – 2 кеше (алты йәш ярымдан);
5) баян (аккордеон) – 3 кеше;
6) тынлы музыка ҡоралы – 4 кеше;
7) классик гитара – 2 кеше.
“Театр сәнғәте” бүлегенә ҡабул итеү ике класта ойошторола:
  1-се класс (6,5-7 йәш) – был дөйөм белем биреү мәктәбенең 1 класына тап килә (12 кеше);
  1-се класс (11-12 йәш) – был дөйөм белем биреү мәктәптәрендә 5-се класҡа тап килә (12 кеше).
“Театр сәнғәте” бүлегенә уҡырға инеү өсөн ижади эш (һайлап алып – шиғыр, мәҫәл йәиһә йыр) әҙерләргә кәрәк.
Учреждениеға ҡабул итеү конкурс нигеҙендә комиссия ҡарары менән ғәмәлгә ашырыла.
Ҡабул итеү һынауы һөҙөмтәләре 29 августа мәктәп сайтында һәм стендында ҡуйыла.
Рәхим итегеҙ!
Балалар сәнғәт мәктәбе етәкселеге.

1020200788695 һанлы ОГРН,
2017 йылдың 9 мартындағы 4719-сы лицензия.

Автор:Лариса Михалькова