– Динараның өләсәһе Фәрзәнә Кинйәбаева – минең күрше. Ҡыҙҙың үҙенең эте менән шөғөлләнеүенә күп тапҡыр шаһит булдым, – ти лицейҙың социаль педагогы Зөлфиә Ғилманшина. – Үҙемдең класымды улар менән осраштырырға булдым. Буласаҡ кинолог “наркотик матдәләр эҙләү” йүнәлеше буйынса белем ала. Дейзи Динара менән колледжда бергә шөғөлләнә, беренсе курстан уҡ парлашып эшләй башлағандар. Уҡыу өс йыл ярым бара, быйылғыһы улар өсөн – сығарылыш йылы.
Хужабикәһе әйтеүенсә, Дейзи бик аҡыллы, өйрәтеүгә еңел генә бирелә. Хәҙер уға өс йәш ярым. Ул даими иғтибар һәм тәрбиәләүҙе, көндәлек физик көсөргәнеште, саф һауала йөрөүҙе, кәм тигәндә көнөнә 3-4 сәғәт ял талап итә. Эт баланслы махсус туҡландырыуҙа тора. Ул кәбеҫтә һәм ер еләген ярата.
Динара һәм уның тәрбиәләнеүсеһе төрлө сараларҙа даими ҡатнаша, балаларға оҫталыҡ дәрестәре күр-һәтә. Эт наркотик матдәләр эҙләүгә ҡуйылған һәм дрессировкалауҙың дөйөм курсы буйынса беренсе дәрәжә квалификацияға эйә, шулай уҡ махсус йүнәлеш буйынса әҙерләнгән һәм цирк трюктарына эйә, уларҙы балаларға күрһәттеләр ҙә. Дейзи командаларҙы энтузиазм менән башҡарҙы, өйрәтеүсеһенә иғтибарлы булды һәм үҙенең тыңлаусанлыҡ һәләтен бик яҡшы күрһәтте, балалар менән бәйләнешкә инде һәм фотоға төштө.
Надежда ГАЛАНОВА.