Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Һин ҡаршы ал беҙҙе, ҙур тормош!

Илебеҙҙең төрлө мөйөштәрендә ун беренселәр өсөн һуңғы ҡыңғырау яңғыраны Мәсетле районы мәктәптәрендә ун беренсе клас-ты 81 уҡыусы тамамлай.

Һин ҡаршы ал беҙҙе, ҙур тормош!
Һин ҡаршы ал беҙҙе, ҙур тормош!

Һуңғы ҡыңғырау – һәр уҡыусы өсөн тулҡынландырғыс һәм иҫтә ҡалырлыҡ көн. Был көн сәскәләр, шат йылмайыу, шатлыҡ йәштәре менән тула, уҙып киткән мәктәп йылдары тураһында күңелле хәтирәләр яңғырай. Сығарылыш уҡыусыларын алда яуаплы һәм мөһим имтихандар тапшырыу, уҡыу йортон һайлау осоро көтә.
Быйыл Түбәнге Бобин мәктәбен алты уҡыусы тамамлай. Уларға тәбрикләү һүҙҙәре менән Мәсетле районының мәғариф бүлеге начальнигы Илдар Ғәлимов, “Ленинский” ауыл хужалығы етештереү кооперативы рәйесе Павел Ватолин, мәктәп директоры Татьяна Новоселова, беренсе уҡытыусылары һәм ата-әсәләр мөрәжәғәт итте. Улар балаларға имтихандарҙы уңышлы тапшырыуҙарын, һайлаған юғары уҡыу йорттарына инеүҙәрен һәм туған мәктәптәрен онотмауҙарын теләне.
Сығарылыш уҡыусылары киләсәккә яҡшы старт алырға ярҙам иткән уҡы-тыусыларға, ата-әсәләргә, мәктәп педагогтарына тырыш хеҙмәттәре, биргән күңел йылыһы һәм изгелектәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
Беренсе һәм бишенсе кластар сығарылыш уҡыу-сыларына йыр-бейеү бүләк итте.
Сара барышында муниципаль, республика, Бөтә Рәсәй конкурстары һәм олимпиадалары еңеүселәрен, призерҙарын бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Уҡыу алдынғыларына “Ленинский” ауыл хужалығы производство кооперативы идараһы булдырған премияны тапшырҙылар.
Был уҡыу йылында һуңғы ҡыңғырауҙы биреү хоҡуғы мәктәпте тамамлаусы Кирилл Рамазанов менән беренсе класс уҡыусыһы Афелия Бәшироваға бирелде.
Хәйерле сәғәттә, ун беренселәр! Һуңғы звонок булһын беренсеһе, һин ҡаршы ал уларҙы, ҙур тормош!
Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.

Һүрәттә: Сығарылыш уҡыусылары класс етәксеһе Галина Лужбина менән.

Автор:Лариса Михалькова