Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Хәтер кисәһе

Бөйөк Еңеү байрамы алдынан Яңы Мишәр мәктәбендә Советтар Союзы Геройы Ҡотдос Латипов иҫтәлегенә хәтер кисәһе уҙҙы.

Хәтер кисәһе
Хәтер кисәһе

Сарала район Советы рәйесе, Башҡорт гимназияһы директоры Зөлфиә Әбүбәкирова, Яңы Мишәр ауыл хакимиәте башлығы Баймөхәмәт Ғүмәров, легендар осоусының улы Салауат Латипов, туғандары Лилиә Ғарипова һәм Абрар Сәхәүетдинов, шулай уҡ уҡытыусылар һәм уҡыусылар ҡатнашты.
Советтар Союзы Геройы, Ленин, өс тапҡыр Ҡыҙыл Байраҡ, I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары, 17 миҙал менән наградланған лейтенант Ҡотдос Латиповтың туғандары батыр тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты.
Ҡунаҡтар алдында мәктәп уҡыусылары патриотик йырҙар һәм шиғырҙар башҡарҙы, шулай уҡ улар араһында викторина уҙҙы.
Сара һуңында ҡунаҡтарға Ҡотдос Латиповтың китаптары бүләк ителде.
Әйткәндәй,
Яңы Мишәр мәктәбенең һәр класында “Герой партаһы” бар. Унда Ҡ. Латиповтың фоторәсеме, биографияһы һәм ҡаҙаныштары тураһында мәғлүмәт бирелгән.
Лариса РИЗВАНОВА
әҙерләне.

Автор:Лариса Михалькова