Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Уҡыусылар автомобиль менән идара итергә өйрәнә

Бөгөнгө тормошто автомобилһеҙ күҙ алдына килтереп тә булмай. Транспортта үҙ аллы йөрөү үҙеңә ышаныс, азатлыҡ һәм бойондороҡһоҙлоҡ бирә. Күптәр бала саҡтан уҡ машина йөрөтөргә өйрәнергә хыяллана. Һәм бөгөн мәктәп уҡыусыларына бындай мөмкинлек бар.

Уҡыусылар автомобиль менән идара итергә өйрәнә
Уҡыусылар автомобиль менән идара итергә өйрәнә

Бына бер нисә йыл рәттән Оло Ыҡтамаҡ ауылы Башҡорт гимназияһы “Взлетай” программаһы буйынса “Руль артына ултыр” йүнәлешендә Мәсетле ДОСААФ автомәктәбе менән хеҙмәттәшлек нигеҙендә мәктәп уҡыусыларын машина йөрөтөргә өйрәтә. Башҡорт гимназияһы базаһында водителдәрҙе һөҙөмтәле әҙерләү өсөн бөтә шарттар булдырылған: класс йыһазландырылған, күргәҙмә-методик пособиелар һәм медицина автотренажеры бар. Бында йыл һайын утыҙҙан ашыу уҡыусы белем ала.
Курс өс айға иҫәпләнгән. 16 йәше тулған уҡыусылар автомобиль йөрөтөү теорияһын өйрәнә, практика үтә. Теоретик дәрестәрҙе – производствоға өйрәтеү мастеры Мансур Шәрипов, ә ғәмәли дәрестәрҙе ДОСААФ-тың Мәсетле автомәктәбе инструкторҙары үткәрә.
Гимназия менән автомәктәп араһында хеҙмәттәшлектең төп ыңғай яҡтарының береһе – тренажерҙарҙа һәм автодромда практик дәрестәр өсөн инструкторҙарҙың курсанттарҙы үҙ автотранспортында килтереүе. Был интернатта йәшәгән уҡыусылар өсөн бик тә уңайлы.
Ун ете йәше тулған уҡыусылар имтихандарҙы ЮХХДИ бүлегендә тапшыра һәм, уларҙы уңышлы тапшырған осраҡта, балиғ булған көндән водитель таныҡлығын алырға мөмкин.
– Һәр кеше, иртәме-һуңмы, ниндәйҙер һөнәргә ынтыла, – ти теория буйынса уҡытыусы Мансур Мостафа улы, – беҙ уҡыусыларға водитель һөнәрен мәктәп йылдарында уҡ үҙләштерергә ярҙам итәбеҙ.
Автомобиль менән идара итеүгә уҡып йөрөүселәрҙең яртыһы тиерлек гимназияны тамамлағанда йыл һайын водитель таныҡлығы ла ала.
Һүрәттә (һулдан уңға): уҡыусы-курсанттар Тимур Сәғҙәтов, Марат Рафиҡов, Эльвина Баһауетдинова, Гөлназ Мусакәлимова, Земфира Ғиззәтуллина, Ынйы Носратуллина, Айҙар Әхмәҙиев, Сарьян Шәрәфиев.
Лариса РИЗВАНОВА.

Автор:Лариса Михалькова