Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Дыуан-Мәсетле мәктәбе уҡыусылары төньяҡ баш ҡалала булды

9-10 апрелдә Санкт-Петербургта физика-математика йүнәлеше буйынса йыл һайын уҙғарылған кейс-чемпионаттың финалы уҙҙы. Унда Рәсәйҙең 10-дан ашыу төбәгенән 80-дән ашыу, шул иҫәптән Дыуан-Мәсетле мәктәбенән, уҡыусылар ҡатнашты.

Дыуан-Мәсетле мәктәбе уҡыусылары төньяҡ баш ҡалала булды
Дыуан-Мәсетле мәктәбе уҡыусылары төньяҡ баш ҡалала булды

Был чемпионатты йыл һайын “Буласаҡ лидерҙар”, Президент гранты фонды, Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ һәм РФ Мәғариф министрлығы үткәрә.
Төп маҡсаты – йәштәрҙе үҙ аллы фәнни тикшеренеүҙәрҙә ҡатнашыуға йәлеп итеү, алған белемдәрҙе системаға һалыу, һөнәри ҡыҙыҡһыныуҙар өлкәһендә үҙ-ара мәғлүмәт менән алмашыу, һөнәри йүнәлеш биреү.
Башҡортостандан беҙҙең уҡыусылар менән бергә Дыуан-Мәсетле мәктәбенең математика һәм информатика уҡытыусыһы Гөлнара Хисамова етәкселегендәҠыйғы районы һәм Салауат ҡалаһынан йәнә 10 уҡыусы барҙы.
Дыуан-Мәсетле мәктәбе уҡыусылары Гөлназ Алхәйҙәрова, Камила Фазылова, Алида Ғатауллина һәм Камил Хәбибуллиндан торған “Эрудиттар” командаһы “Яҡут Республикаһында эшселәр ҡасабаһын электр менән тәьмин итеү” темаһына проект менән сығыш яһаны.
Яҡлау һөҙөмтәләре буйынса балалар “Эврика” кейс-чемпионатының төбәк этабы финалисы дипломы һәм бүләктәр менән наградланды.
Сәфәр барышында чемпионатта ҡатнашыусылар өсөн Санкт-Петербург ҡалаһы буйлап экскурсия ойошторолдо. Балалар Эрмитажға барҙы, Санкт-Петербург тау университетында булды, унда университет вәкилдәре студенттар уҡыған йүнәлештәр тураһында һөйләне, үҙҙәренең музейын күрһәтте.
Ленинград – герой-ҡала обелискы янында, Фаберже музейында булдылар.
Мәсетле районы мәғариф бүлеге.

Автор:Лариса Михалькова