Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Буласаҡ беренсе класс уҡыусылары мәктәбе

Оло Ыҡтамаҡ лицейы һәм Башҡорт гимназияһы базаһында икенсе йыл рәттән “Буласаҡ беренсе класс уҡыусыһы мәктәбе” эшләп килә. Быйыл ул 12 мартта үҙ ишектәрен асты.

Буласаҡ беренсе класс  уҡыусылары мәктәбе
Буласаҡ беренсе класс уҡыусылары мәктәбе

Ата-әсәләр (законлы вәкилдәр) ғаризаһы буйынса лицейҙа өс төркөм асылды, унда район үҙәгенең балалар баҡсаларынан 50 бала шөғөлләнә. Дәрестәр шәмбе көндәрендә өс ай дауамында лицей педагогтары Г. Закирйә-нова, Л. Нәбиуллина һәм Э. Сафина етәкселегендә уҙа. Гимназияла ике төркөмдә 38 бала шөғөлләнә, дәрестәрҙе уҡытыусылар А. Ғабдрахманова, А. Аҡмалова һәм И. Ғимазиева алып бара.
Программа һәр баланың танып белеү процесын камиллаштырыуға йүнәлтелгән. Телмәр үҫтереү, тиҙ уҡыу нигеҙҙәре, математик күҙаллауҙар, логик фекерләү, һынлы сәнғәт эшмәкәрлеге буйынса бөтә дәрестәр һәм уйындар уларҙың ҡатмарлылыҡ кимәлен үтеүгә ҡоролған.
Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы мәктәп алдынан әҙерләүҙең был практикаһы артабан балаға уҡыу эшмәкәрлегенә яраҡлашып китергә ярҙам итәсәк.
Мәсетле районы мәғариф бүлеге.

Автор:Лариса Михалькова