Бөтә яңылыҡтар

“Үҫеш нөктәһе” – яңы үҫеш баҫҡысы

2019 йылда “Мәғариф” милли проектының “Заманса мәктәп” федераль проекты нигеҙендә ауыл мәктәптәре базаһында ойошторолған һанлы һәм гуманитар йүнәлеш буйынса белем биреү үҙәктәрен ойоштороу проекты эшләй башланы.

“Үҫеш нөктәһе” – яңы үҫеш баҫҡысы
“Үҫеш нөктәһе” – яңы үҫеш баҫҡысы

Беҙҙең районда тәүге “Үҫеш нөктәһе” Оло Ыҡтамаҡ лицейы һәм Башҡорт гимназияһында барлыҡҡа килде. Улар уҡыусыларға ижади яҡтан үҫешергә, төрлө темаларға проект әҙерләргә ярҙам итә. Шул уҡ ваҡытта традицион уҡытыуҙан бер кем дә баш тартмай. Белем биреү һәм ижад өсөн иң яҡшы гаджеттар булған үҙәк уҡытыуҙа төп сара булып тормай, ул – мәктәптәрҙең өҫтәмә белем биреү алып барған структур бүлексәһе.
Үҙәк кабинетында дәрестән тыш эшмәкәрлек буйынса уҡыуҙар үткәрелә: “Компьютер ҡунаҡханаһы”, “Робототехника”, “Шахмат” һәм башҡалар, шулай уҡ проект эшмәкәрлеге ғәмәлгә ашырыла, ғилми-ғәмәли конференциялар, конкурстар, олимпиадалар, фестивалдәр, семинарҙар, асыҡ район методик берекмәләрендә ҡатнашыуға әҙерлек ойошторола.
Балаларҙың яңы уҡыу ҡорамалында “Технология”, “Информатика”, “ОБЖ” предметтарын өйрәнеүе үҙәк эшенең төп өҫтөнлөгө булып тора. Дәрестәрҙән һуң улар һанлы һәм гуманитар профилле дәрестәргә йөрөй, шулай уҡ шахмат уйнарға өйрәнә. Бында уҡыусылар командала эшләргә күнегә.
Лицейҙың “Үҫеш нөктәһе” үҙәгендә ете белем биреү программаһы буйынса 737 уҡыусы шөғөлләнә: “Йәш техник”, “Шахмат”, “Оҫтабикәләр”, “Информатика донъяһында”, “Хәүефһеҙлек нигеҙҙәре”, “Виртуаль ысынбарлыҡ”, “3Д моделләштереү”.
Башҡорт гимназияһында “Оҫта ҡулдар”, “Шахмат уйнарға өйрән”, “Изгелек әлифбаһы”, “Программист”, “Хәүефһеҙлек мәктәбе”, “Проект эшмәкәрлеге” программалары буйынса 329 уҡыусы шөғөлләнә.
Үҙәк селтәр буйынса үҙ-ара эш итеү тураһындағы килешеү нигеҙендә Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе, шулай уҡ Теләш, Түбәнге Бобин, Ләмәҙтамаҡ мәктәптәре менән хеҙмәттәшлек итә.
Мәсетле районы хакимиәте – хеҙмәттәшлек һәм селтәр формаһында берлектәге эшмәкәрлек тураһындағы килешеү нигеҙендә Өфө дәүләт нефть техник университеты, ә Башҡорт гимназияһы Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы менән хеҙмәттәшлек итә.
2021 йылда Оло Аҡа, Ләмәҙтамаҡ һәм Әләгәҙ мәктәптәрендә тәбиғи-ғилми профилдәге белем биреү үҙәктәре эшләй башланы.
Үҙәктәрҙең төп маҡсаты – уҡыусыларҙың төп һәм өҫтәмә дөйөм белем биреү программаларын үҙләштереүен тәьмин итеүсе яңы уҡытыу һәм тәрбиәләү алымдары, белем биреү технологияларын индереү өсөн шарттар булдырыу. Бөтә өс дөйөм белем биреү ойошмаһында ла үҙәк физика, биология һәм химия кабинеттарында урынлашҡан.
Кабинеттар заманса һәм яңы техник ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Уҡыусыларҙың яңы уҡыу ҡорамалында биология, физика, химия предметтарын өйрәнеүе үҙәк эшенең төп өҫтөнлөгө булып тора. Улар төп дәрестәрҙән һуң тәбиғи-фәнни профилдәге дәрестәргә йөрөй.
2021-2022 уҡыу йылының 1 сентябренән үҙәктәрҙә дәрестән тыш эшмәкәрлек курстары ғәмәлгә ашырыла: “Химияла барыһы ла ҡыҙыҡлы”, “Физика – мәсьәлә һәм эксперименттарҙа”, “Тәбиғәт дарыуханаһы”, “Үҙ ҡулдарың менән биология”, “Иҫ киткес химия донъяһы”, “Эксперименталь химия”, “Тирә-яҡ мөхитте уратып алған донъя”.
Белем биреү ойошмалары араһында селтәрле хеҙмәттәшлек ойоштороуға бер нисә килешеү төҙөлгән.
Оло Ыҡтамаҡ лицейы һәм Башҡорт гимназияһы уҡыусылары мәктәп уҡыусыларының химия һәм физика буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабында, шулай уҡ Волга буйы федераль округы интеллектуаль олимпиадаһының муниципаль этабында, “Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?” уйынында ҡатнашты. Оло Аҡа мәктәбе уҡыусылары, “Крит-2022” район конкурсының “Еңеү өсөн рәхмәт!” темаһына 3Д проектлау номинацияһында беренсе урын яулап, республика кимәленә сыҡты.
Балалар “Һан дәрестәре” һәм “Финанс белем” циклында онлайн дәрестәрҙә әүҙем ҡатнаша. Бигерәк тә робот техникаһы ҡыҙыҡһыныу уята. Улар роботтарҙы уйлап сығара һәм LEGO йыйылмаһында программалай.
– Заманса ҡорамал һәм технологиялар балаларҙа предметтарға ҡыҙыҡһыныу, уларға ҡарата башҡа мөнәсәбәт уята, – ти Оло Аҡа мәктәбенең физика һәм информатика уҡытыусыһы Айҙар Ғәлиев. – Улар дәрестән тыш эшмәкәрлек буйынса күнекмәләргә ҙур теләк менән йөрөй, төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша.
Оло Аҡа мәктәбендә иң заманса ҡорамалдар: конструктор, робот-техник йыйылмаһы, 3Д-принтер һәм баш-ҡа ҡорамалдар менән йыһазландырылған лабораториялар бар.
Биология, физика, химия буйынса эксперимент һәм тәжрибә үткәреү өсөн һанлы датчик, программа тәьминәте булған йыйылмалар ҡулланыла. Йыйылмалар мәктәп дәрестәрендә практик материал сифатында ла, имтихандарға әҙерләнеү өсөн дә файҙаланыла.
Шулай уҡ уҡытыусылар үҙәктең ҡорамалдарын белем биреү маҡсатында әүҙем файҙалана: видеофильм, видеодәрестәр күрһәтә, ноутбуктарҙа онлайн тест үткәрә.
“Үҫеш нөктәһе” үҙәгенең белем биреү программаһын үҙләштереү һөҙөмтәһендә 2021-2022 уҡыу йылында физика, химия һәм технология фәндәренән өлгәшеү һәм уҡыу сифаты артҡан.
2021-2022 уҡыу йылы дауамында яҙғы каникул ваҡытында килтерелгән ҡорамалды файҙаланып, мәктәп-ара саралар ойоштороу күҙаллана. Өҫтәмә белем биреү һәм дәрестән тыш эшмәкәрлек түңәрәктәрен ғәмәлгә ашырыу дауам итә.
Лариса РИЗВАНОВА.

Автор:Лариса Михалькова