Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Беҙҙең педагогтар – иң яҡшылар иҫәбендә

22 мартта “Торатау” конгресс холында “Башҡорт-остандың йыл уҡытыусыһы” республика конкурсы һәм “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” төбәк-ара конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы уҙҙы.

Беҙҙең педагогтар – иң яҡшылар иҫәбендә
Беҙҙең педагогтар – иң яҡшылар иҫәбендә

“Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” конкурсында – 155, “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” төбәк-ара конкурсында 75 педагог ҡатнашты. “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” республика конкурсы “Йәш йыл уҡытыусыһы”, “Татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы”, “Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы”, “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” кеүек дүрт йүнәлеш буйынса ойошторолдо. Өсөнсө этапҡа тиклем иң яҡшылар – һәр номинацияла бишәр кеше барып етте.
Оло Ыҡтамаҡ Башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы Зилә Миндибаева (һүрәттә – һулда) иң яҡшы бишәү иҫәбенә инде һәм “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыу-сыһы” XXVII төбәк-ара конкурсы лауреаты булды. Ә лицейҙың рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Элина Мәтиғуллина (уңда) “Йәш уҡытыусы” төбәк конкурсында “Педагогик өмөт” номинацияһында билдәләнде.

Автор:Лариса Михалькова