Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Әләгәҙ уҡыусылары – олимпиада еңеүселәре

Рус теленән Кирилл һәм Мефодий исемендәге бөтә Рәсәй дистанцион олимпиадаһына йомғаҡ яһалды. Уны Томск ҡалаһының Фәнни-педагогик тикшеренеүҙәр үҙәге коммерцияға ҡарамаған автономлы ойошмаһы уҙғарҙы.

Әләгәҙ уҡыусылары – олимпиада еңеүселәре
Әләгәҙ уҡыусылары – олимпиада еңеүселәре

Был олимпиада уҡыу йылы дауамында ай һайын үткәрелә. Ҡатнашыусыларға “Рус теле” фәне өлкәһенән 30 төрлө кимәлдәге һорауға яуап бирергә тәҡдим ителә.
Олимпиадала Әләгәҙ мәктәбенән 6-сы класс уҡыусылары Руслан Камалетдинов, Индира Хәйруллина, 7-се кластан Екатерина Шәһәүетдинова (етәкселәре – Әлфиә Сәйфетдинова) еңеүгә өлгәштеләр.
Мәсетле районы мәғариф бүлеге.

Автор:Лариса Михалькова